РЕХМУКОВ Фарид Измайлович (17.8.1926, Әстерхан ҡ. — 13.12.2005, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1974). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1954). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1948) Мәскәүҙә, 1949 й. алып Петрозаводскиҙа йәшәй һәм эшләй. 1962 й. башлап “Башпроект” ин‑тының, 1965 й. — Өфөнөң, 1986 й. — “Башпромстройпроект” ин‑тының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1965— 86 йй. Өфө ҡала округы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы нач., 1993—2005 йй. баш белгесе. 1954—56 йй. СССР Архитекторҙар союзы Карел‑Фин бүлексәһе, 1969—77 йй. БАССР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Урман паркы, Телеүҙәк, Новиковка, Орджоникидзе һ.б. торлаҡ микрорайондарының проекттарын (1960— 70 йй.), Өфөнөң ген. планын (1971) эшләүҙә ҡатнашҡан. КПСС‑тың өлкә ком‑ты (1952), Карел пед. ин‑ты (1960; икеһе лә — Петрозаводск) биналары, Бөтә Союз а.х. күргәҙмәһендә Карел‑Фин ССР‑ы павильоны (Мәскәү, 1954) проекттары, Ш.Ә. Хоҙайбирҙин һәйкәленең архитектур ҡоролошо (Өфө, 1981; скульпторҙары Т.П.Нечаева, Б.Д.Фузеев) авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строители Башкортостана. Уфа, 2001.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.