РЕВОЛЮЦИОН РӘСӘЙ РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, Р Р Р А, 1922 й. ойошторола, 1928 й. алып Революция рәссамдары ассоциацияһы (РРА), 1932 й. тарҡала. 1925 й. Өфө филиалы ойошторола. Совет ысынбарлығын дөрөҫ сағылдырған, халыҡҡа аңлайышлы булған әҫәрҙәр ижад итеү ассоциацияның төп бурысы була. РРРА ағзаларының ижад методы башлыса натуранан эшләүгә ҡорола. Әҫәрҙең художество теле хаҡ, аңлайышлы, конкрет була. Картиналар һәм һүрәттәр заман заңын, халыҡ тарихын [иң мөһим темаларҙың береһе Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) була] һәм көнкүрешен кәүҙәләндерә. РРРА идеяларын пропагандалау һәм һынлы сәнғәтте популярлаштырыу маҡсатында ассоциация ағзалары лекциялар, диспуттар, экскурсиялар, курстар ойоштора, сәнғәт ғилеме өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. 1925—30 йй. Өфөлә даими рәүештә күргәҙмәләр үткәрелә, унда рәссамдар, графиктар, скульпторҙар, биҙәү- ҡулланма сәнғәте оҫталары ҡатнаша. Ассоциацияның Өфө филиалы ағзалары РРРА‑ның 8‑се “СССР халыҡтарының тормошо һәм көнкүреше” (1926), СССР халыҡтары сәнғәтенең юбилей (1927; икеһе лә — Мәскәү) күргәҙмәләрендә, бер төркөм башҡ. авторҙарының “Сит ерҙәрҙәге рәссамдар” (Сан‑Диего ҡ., АҠШ, 1929), 6‑сы Край һынлы сәнғәте (Һамар ҡ.), РРА‑ның 5‑се яҙғы (Өфө; икеһе лә — 1930) һ.б. күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Филиал эшенә идара (рәйестәре А.Э.Тюлькин, И.В. Салтыков, С.В.Олейников һ.б.) етәкселек итә. Ассоциацияға В.П. Андреев, М.Н.Арыҫланов, Ю.Ю. Блюменталь, К.И.Герасимов, Ҡ.С. Дәүләткилдеев, М.Н. Елгаштина, Л.В. Лезенков, А.П.Лежнев, А.А. Носков, И.Н.Самарин, В.С. Сыромятников, И.И.Урядов, А.В.Храмов, Г.П. Черкашенинов һ.б. инә. Ассоциацияла йәштәр бүлексәһе ойошторола, Башҡ. сәнғәт техникумы (ҡара: Сәнғәт училищеһы) уға база була; бер нисә художество студияһы, ш. уҡ студия- оҫтахана ойошторола, унда рәссамдар Лезенков, П.Д.Козлов һ.б. уҡыта. 1934 й. РРА‑ның Өфө филиалы нигеҙендә Рәссамдар союзы ойошторола.

Әҙәб.: Ассоциация художников революционной России: сборник воспоминаний, статей, документов. М., 1973; П о п о в а Л.Н. История изобразительного искусства Башкортостана. Ч.1. Уфа, 2000.

Т.Л.Леонидова, Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.