РАХМАНОВ Әсғәт Лотфулла улы [19.6.1926, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 22.2.1995, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1980), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. агрономы. Т.Л. Рахмановтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Илеш р‑нында эшләй: 1944 й. тиклем “Ҡыҙыл Байраҡ” к‑зы бригадиры, 1950—54 йй. 7 йыллыҡ Ишҡар мәктәбе уҡытыусыһы, 1956 й. башлап М.Ғафури ис. к‑з агрономы, 1958—87 йй. Куйбышев В.В. исемендәге колхоз рәйесе. Р. етәкс. В.В.Куйбышев ис. к‑з үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 41,6 ц/га тәшкил иткән (1978). Ленин (1973), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке