РӘХИМОВ Әнүәр Мөбәрәкша улы (5.3.1913, Стәрлетамаҡ ҡ. — 17.9. 1994, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1954). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент а.х. ин‑тын (1935), Маркс—Энгельс— Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1941) тамамлаған. 1933 й. алып Ташкентта эшләй: Үзбәк юғары коммунистик а.х. мәктәбендә, 1937 й. башлап Ташкент а.х. ин‑тында уҡыта; 1942—43 йй. Һырдаръя район ер бүлегенең агросәнәғәт участкаһы мөдире. 1945 й. алып Әлшәй р‑нының Курорттар идаралығы ярҙамсы хужалығының өлкән агрономы. 1949 й. башлап Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү ст. эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1952 й. алып бүлек мөдире; 1954—80 йй. БАХИ‑ла: 1966—69 йй. агрономия ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1978 й. тиклем дөйөм игенселек каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре күп йыллыҡ үләндәр һәм уларҙың ҡатышмаларын һайлап алыуға һәм агротехникаһына, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуға, ерҙе эрозиянан һаҡлауға, ҡый үләндәре м‑н көрәш сараларын уйлап табыуға арналған. 1958 й. Р. тарафынан Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең, даими сәсеүҙең продуктлылығын өйрәнеү б‑са стационар баҫыу тәжрибәләре башланған. Р. ҡатнашлығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең теоретик нигеҙҙәре һәм ундағы ашлама системалары (Башҡортостандың Урал алды ҡара тупрағы), кукурузды силосҡа үҫтереү технологияһы һ.б. эшләнә. 97 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958 (авторҙ.); Возделывание многолетних трав в Башкирии. Уфа, 1967 (авторҙ.).

Б.Т.Щербаков

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев