РАПС (Brassica napus), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге. Ялан кәбеҫтәһен баҡса кәбеҫтәһе м‑н һеркәләндереү һөҙөмтәһендә сығарыла. Ҡырағай рәүештә осрамай. Ҡытайҙа, Канадала, Германияла, Францияла һәм РФ‑та үҫтерелә. Башҡортостанда яҙғы Р. (кольза) үҫтерәләр. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 50—250 см тиклем. Япраҡтары розеткаға йыйылған, һаплы, лира формаһында, ҡауырһын һымаҡ ҡырҡылған, аҫҡы һабаҡ япрағы — лира формаһында, урталағыһы — оҙонса- һөңгө һымаҡ, өҫкөһө — оҙонса‑ланцет формаһында. Сәскәлеге — ваҡ, һары төҫтәге 25—40 сәскәле тәлгәш.__ Емеше — 24—35 тумалаҡ орлоҡло ҡуҙаҡ, төҫө аҡһыл көрәндән ҡараға тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—6 г. Орлоғоноң составы (%): май — 32—35, аҡһым — 21. Р. һыуыҡҡа сыҙамлы, дым яратыусы үҫемлек. Ситтән һеркәләндерелә. Вегетация осоро 80—110 тәүлек. Төп элгәрҙәре — ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Орлоҡто ябай рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 2,5—3,0 млн дана/га (10—12 кг/га), сәсеү тәрәнлеге — 3—4 см. Р. — май биреүсе культура, мал аҙығы культураһы, баллы үҫемлек. Р. майы аш‑һыу әҙерләгәндә, ш. уҡ сәнәғәттең маргарин, һабын, металлургия, текстиль тармаҡтарында һ.б. ҡулланыла. Йәшел массаһы, төпрәһе һәм ҡалдығы мал аҙығы итеп файҙаланыла. Иң юғары уңдырышлылығы 21,3 ц/га тәшкил иткән (Илеш р‑нының М.Гәрәев ис. АХПК, 2006). Респ. Р. сәсеү майҙандары — 5,7 мең га, орлоғоноң уңдырышлылығы — 6,3 ц/га (2007). Р. биологияһы, агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып Ауыл хужалығы институтында (Н.С.Дзигора, Ғ.Ҡ. Зарипова, Н.Ш. Ханов), Аграр университетта (Р.Р.Ғәйфуллин, Ф.Н. Ғәскәров, Р.Р.Исмәғилев, Р.Б. Нурлығаянов) үткәрелә. Яҙғы Р. үҫтереү өсөнУрал алды дала зонаһында, төньяҡ урман-дала зонаһында, төньяҡ- көнсығыш урман- дала зонаһында һәм көньяҡ урман- дала зонаһында иң уңайлы шарттар булдырылған. БР б‑са ҡулланылышҡа Викинг, Русич, Таврион сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Рапс яровой /Р.Б.Нурлыгаянов [и др.]. М., 2008.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018