РАКША Юрий Михайлович (2.12. 1937, Өфө — 1.9.1980, Мәскәү), рәссам. СССР Кинематографсылар союзы (1969) һәм Рәссамдар союзы (1970) ағзаһы. В.М.Сорокинаның ағаһы. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1963; педагогтары М.А. Богданов, Ю.И.Пименов) 1978 й. тиклем “Мосфильм” к/ст ҡуйыусы рәссам булып эшләй. Һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәм жанрҙарында эшләй. Р. һыҙыҡтар, формалар м‑н иркен эш итеү хас, эштәре аныҡ, теүәл композиция м‑н айырылып тора. “Минең әсәйем” (1969), “Замандаштар” (1970) рәсем сәнғәте әҫәрҙәре — кеше матурлығы, киләсәккә ынтылған йәшлек; “Алтын тайга” (1974), “Приморьела яҙ” (1975) һ.б. пейзаждары, “Изге йыртҡыс, яҡшы кеше” (1978) картинаһы кеше м‑н тәбиғәт гармонияһы темаларын аса. “Тыл” (1970), “Землянкала миңә гармун йырлай” (1973) картиналарында, “Кино” (1977) триптихында һб. авторҙың гражданлыҡ позицияһы, кешенең тормоштағы урыны т‑да уйланыуҙары сағылған, улар´а буласаҡ ваҡиғалар алдынан геройҙарҙың рухи көсөргәнеше күрһәтелгән. Р. иң билдәле картиналарының береһе — “Куликово яланы” (1980) триптихы кешенең Тыуған ил хаҡына батырлыҡ ҡылыуын данлай. Станокта башҡарылған һәм китап графикаһы әҫәрҙәре, ш. иҫ. лирик (“Веста”), һәм М.Кәрим, Ҡ.Ш. Кулиев (бөтәһе лә — 1972), В.М. Шукшиндың (1973) психологик портреттары авторы. 10‑дан ашыу нәфис фильм, ш. иҫ. “Дерсу Узала” (1975), “Күтәрелеү” (“Восхождение”; 1976), фильмдарын төшөрөүҙә ҡатнашҡан. 1962 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1980, 1981, 2005, 2007), Ленинград, Загорск (икеһе лә — 1981), Өфө (1998) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Львов, Калуга ҡҡ. һәм башҡа художество музейҙары коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Юрий Михайлович Ракша: кат. выст. М., 1980; Юрий Ракша: альбом /сост. И.Е. Ракша. М., 1983.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018