РАЙЦЫН Оскар Моисеевич (21.10. 1892, Житомир ҡ., Украина — 5.7. 1966, Өфө), дирижёр, хормейстер, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; А.К.Лядов класы) Житомир, Киев (1925 й. алып), Баҡы (1930 й. алып), Симферополь (1931 й. алып), Иваново (1932 й. алып), Һарытау (1933 й. алып), Алма‑Ата (1935 й. алып) ҡҡ. эшләй. 1938—48 йй. БДОБТ дирижёры, хормейстеры, бер үк ваҡытта 1956 й. тиклем Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыта. Опера һәм балет театрын, БАССР‑ҙың Хор йәмғиәтен (ҡара: Музыка йәмғиәте) ойоштороусыларҙың береһе. А.Г.Тихомиров м‑н берлектә БДОБТ хоры репертуарын төҙөй; “Тирмәнсе ҡыҙы”, У.А. Гаджибековтың “Аршин мал алан”, П.И. Чайковскийҙың “Евгений Онегин” һәм “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”), Дж.Вердиҙың “Риголетто” һәм “Травиата” операларын, Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”) балетын һ.б. ҡуя. Уҡыусылары араһында Л.М.Иванов, Л.Х.Исхаҡова, М.П.Фоменков.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке