РӘЖӘПОВ Шифа Ғарифулла улы (15.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Йәнәби‑Урсай а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны, — 11.10.2011, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—90 йй. Миәкә р‑нында эшләй: 1943 й. тиклем “Юлдаш” к‑зы механизаторы, 1944 й. алып Елдәр МТС‑ы, 1958 й. — “Дим” к‑зы тракторсыһы, 1965 й. башлап “Башҡортостан” к‑зында трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. Р. юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә: планда ҡаралған 700 га урынына уртаса ер һөрөү 1230 га тәшкил итә (1962—65). СССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: П л а т о н о в М. Настоящий человек //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.