“РАЕВКА” с о в х о з ‑ з а в о д ы, МУП. Әлшәй р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Раевка ауылы. Составына Раевка (консервалар, соя эшкәртеү, минераль һыу ҡойоу цехтары, икмәкхана), Дим (йәш һыйыр малын һимертеү, һөт етештереү һәм эшкәртеү фермалары), Уваровка (машина-трактор паркы һ.б.) бүлексәләре инә. 2001 й. 357 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 2560 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 1850 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 23,8, картуф — 33,7, кәбеҫтә — 372, ҡыяр — 4,2, шәкәр сөгөлдөрө — 99, кишер — 319, һуған — 74, борсаҡ — 8, ташҡабаҡ — 13; етештереү (т): иген — 1149,7, картуф — 67,5, кәбеҫтә — 931, ҡыяр — 1,7, шәкәр сөгөлдөрө — 148,1, кишер — 319, һуған — 59,1, борсаҡ — 40, ташҡабаҡ — 13,2. Мал һаны: һыйыр малы — 437, йылҡы — 56; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2282 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 489 г; етештереү: һөт — 339,8 т, ит — 30,2 т, минераль һыу — 380,2 мең л, консерва — 49 туба. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған. 1942 й. Сталинград өлк. Михайловка а. эвакуацияланған ит һәм ит‑үҫемлек консервалары етештереү з‑ды базаһында Раевка консерва з‑ды булараҡ ойошторола, 1981 й. алып “Р.” совхоз-заводы, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 1975 й. консерва етештереү күләме 10098 туба тәшкил иткән, шуларҙан итлеһе — 2363, йәшелсә-емешлеһе — 7735 (40‑тан ашыу төр). 1987 й. башлап хужалыҡта картуф үҫтереүҙә голланд технологияһы ҡулланыла. 1997—2000 йй. “Чеховская” минераль һыуын ҡойоу б‑са “Р.” с‑зының Чехов филиалы эшләй. 2004 й. консерва цехы базаһында “Раевка консерва заводы” ЯСЙ, Уваровка бүлексәһе — «“Уңыш” машина‑технология станцияһы» ЯСЙ, 2007 й. Дим бүлексәһе базаһында “Дим‑Урал” ЯСЙ ойошторола.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018