“РАДУГА”, Ҡала мәҙәниәт һарайының (Октябрьский ҡ.) хореография студияһы. 1965 й. балет студияһы булараҡ ойошторола, 1972 й. алып хореография студияһы, 1997 й. З.Н. Бәхтейәрова исеме бирелә. 1972 й. “халыҡ” исемен ала. Студия составында 4—18 йәштәге 180‑дән ашыу ҡатнашыусы. Репертуарында “Сыңрау торна”, С.С. Прокофьевтың “Золушка”, К.С.Хачатуряндың “Чиполлино”, П.И.Чайковскийҙың “Щелкунчик”, А.А.Вернишев музыкаһына “Нарыштау тураһында легенда” (“Легенда о Нарыш‑тау”) балеттары, “Тау шишмәһе” (“Горный ручей”), “Аҡланда” (“На поляне”) хореографик композициялары, башҡ., татар, урыҫ, сыуаш, украин халыҡ һ.б. бейеүҙәр. Рәсәй һәм сит илдәр (Голландия, Испания, Италия, Төркиә, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. “Халыҡижады ынйылары” (“Жемчужины народного творчества”, 1988) Бөтә Союз фестивале, “Һаумы, Башҡортостаным!” (“Здравствуй, мой Башкортостан!”; 1989, Гран‑при; икеһе лә — Өфө) Респ. смотр‑конкурсы, “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”; Мәскәү, 2001, 2002), “Күңелле йәйғор” (“Весёлая радуга”; Одесса ҡ., 2003) халыҡ‑ара конкурстары лауреаты; “Йәшлек” (“Юность”; Ллорет де Мар ҡ., Испания, 2004), “Туниста урыҫ мөғжизәһе” (“Русское чудо в Тунисе”; Тунис, 2006), “Виват, Италия — Рәсәй” (Сан‑Марино ҡ., Италия, 2007) халыҡ‑ара фестивалдәре дипломанты. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе (1974 й. тиклем) — Бәхтейәрова; художество етәкселәре һәм ҡуйыусылары — Х.Ф. Мостаев (1974 й. алып), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, мәғариф отличнигы Р.З.Сәйетгәрәева (1977 й. алып).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Текст на русском языке