РАБИНОВИЧ Михаил Исакович (23.8.1940, Өфө), режиссёр. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). Б.В.Щукин ис. театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976; А.М.Поламишев курсы) Дағстан урыҫ драма театры (Махачкала) реж., 1981 й. алып баш реж. вазифаһын башҡарыусы, 1983 й. — БР‑ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) реж., 1985 й. — баш реж., 1998 й. башлап художество етәксеһе. Р. режиссёрлыҡ сәнғәте үҙенсәлектәре — спектаклдең сикһе´ эскерһеҙлеге, лирик һәм романтик атмосфераһы. Урыҫ драма театрында В.К.Арроның “Иҫке йорттағы биш романс” (“Пять романсов в старом доме”), М.М.Рощиндың “Эшелон”, А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), А.Н.Толстойҙың “Ҡарлуғас” (“Касатка”) һ.б. спектаклдәр ҡуя. С.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”), М.Ладоның “Бик ябай тарих” (“Очень простая история”), К.Людвигтың “Күк йөҙө музыкаһы” (“Музыка небес”) спектаклдәре тормошсан мотив, юмор м‑н айырылып тора. Уның постановкаларына сағыу биҙәктәр, байрамса костюмдар, трансформация алымдарын ҡулланыу хас: А.Н.Островскийҙың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”), У.Шекспирҙың “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя сказка”) пьесаһы мотивтары б‑са “Юғалтыу сәбәпле ығы‑зығылар” (“Страсти по утрате”), Л.Н.Разумовскаяның “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ...” (“Ваша сестра и пленница...”). М.Горькийҙың “Дачала йәшәүселәр” (“Дачники”), М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са “Ай һәм япраҡ ҡойолоу” (“Луна и листопад”) спектаклдәре Р. ижадында айырым этап булып тора. Башҡорт драма театрында — “Айғырыңды үтескә бир!..” (Р.М.Кинйәбаев); Дағстан урыҫ драма театрында В.М.Шукшиндың “Ғәйрәтле кешеләр” (“Энергичные люди”, дебют, 1976), “Исемлектә юҡ ине” (“В списках не значился”; Б.Л.Васильевтың ш. уҡ исемле повесы б‑са), И.С.Тургеневтың “Әрәмтамаҡ” (“Нахлебник”), Ю.Грушастың “Мөхәббәт, джаз һәм шайтан” (“Любовь, джаз и чёрт”) һ.б. спектаклдәр ҡуя. Театрҙың художество етәксеһе булараҡ, Рәсәй, сит илдәрҙең төрлө театраль мәктәптәре, йүнәлештәре эшмәкәрҙәре, хәҙ. заман драматургтары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2015).

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке