ПШЕНИЧНЫЙ Павел Дмитриевич (12.11.1903, Харьков губ. Савинцы биҫтәһе — 1.5.1985, Киев), зоотехник. Украина а.х. фәндәре академияһы акад. (1956), а.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1969). Харьков зоотехния ин‑тын тамамлаған (1926). 1938—43 йй. БАХИ‑ла эшләй: а.х. малдарын ашатыу каф. мөдире, зоотехния ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1939 й. алып дир. урынбаҫары, 1941 й. — директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре йәш мал үҫтереү һәм а.х. малдарын сифатлы ашатыу принциптарын эшләүгә арналған. П. тарафынан Волга аръяғы һәм Ҡаҙағстандың дала райондары өсөн йәш һыйыр малын көтөүҙә һимертеү системаһы уйлап табыла. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1978) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Выращивание молодняка крупного рогатого скота. Уфа, 1940; Основы учения о воспитании сельскохозяйственных животных. Киев, 1955.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика