ПУШКИН Александр Иванович (7.9.1907, Тверь губ. Микулино а. — 20.3.1970, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1968). Ленинград театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1925; педагогы В.И.Пономарёв) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1953 й. алып педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта 1932 й. башлап Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыта. Төп партиялары: Шағир (“Юҡҡа сыҡҡан өмөттәр” — “Утраченные иллюзии”, Б.В.Асафьев), Принц (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Актеон (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи) һ.б. Акад. традицияларға таянып, бейеү техникаһын камиллаштырыуға булышлыҡ иткән үҙенең уҡытыу методикаһын төҙөй. 20 б. 30—60‑сы йй. Ленинград хореография уч‑щеһы милли бүлегенең башҡ. төркөмөнә һайлап алыу һәм ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы. Уҡыусылары араһында Р.Х.Нуриев, Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика