АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович (1.4.1889, Пермь губ. Веретье а. — 1960, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып РСДРП‑ның Өфө ком‑ты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1906 й. һәм 1910 й. ҡулға алына. 1915—17 йй. рус армияһында, 1918 й. Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. Өфө губерна йәмәғәт ойошмалары ком‑ты эштәре м‑н идара итеүсе, Өфө губерна революцион комитеты комиссары. 1917—18 йй. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары ағзаһы, Көнсығыш фронттың Икенсе армияһы штабы комиссары. 1918—21 йй. Бөтә Рәсәй ХХС аппараты хеҙм‑ре, Бөтә Рәсәй ХХС‑ының Урал‑Себер комиссияһы вәкиле, Өфө, Силәбе, Иркутск губерна ХХС‑тары рәйесе. 20—30‑сы йй. Лондон, Париж, Берлинда СССР‑ҙың сит ил сауҙа ойошмалары идаралары һәм ген. вәкиллектәре ағзаһы, 40‑сы йй. РСФСР МС эргәһендәге Дәүләт арбитраж комиссияһы бүлексәләре етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Асабин Е.П. Под знаменем революции. Уфа, 1991.

Е.П.Асабин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке