ПУСТАРНАКОВ Владимир Павлович [7.11.1924, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Дедов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.7.2000, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү урта художество мәктәбе эргәһендәге курстарҙы тамамлаған (1947; педагогтары М.В.Добросердов, А.О.Барщ).

П. ижадының төп темаһы – Бөйөк Ватан һуғышы. Картиналары драматизм, уйланыуҙар аша тойған хәҡиҡәт м‑н һуғарылған, бер үк ваҡытта совет кешеләренең идеяға тоғролоғо, тормошто яратыу тойғолары сағылдырылған (“Пулёмет ротаһы”, 1974; “Фронт янындағы эвакогоспиталь”, 1985; “1945 йылдың яҙы”, 1989; “1942‑се йыл” триптихы, 1991). Пейзаждарында авторҙың донъяға, кеше һәм тәбиғәт гармонияһына ҡарашы кәүҙәләндерелгән, улар ентекле һүрәт, саф һәм яҡты буяуҙарҙың ярашыуы м‑н айырылып тора (“Ағиҙел үҙәне”, 1962; “Көтөүлек”, 1967; “Төш ваҡыты”, 1979; “Һыубаҫар туғай”, 1995). Натюрморттарына форма һәм төҫтәр эстетикаһы хас (“Аш өҫтәле”, 1978). Дантеның “Илаһи комедия” (“Божественная комедия”) әҫәре темаһына график серия авторы (1990‑сы йй.). Монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләгән. 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1989, 1992, 2004). Эштәре БДХМ, Екатеринбург һынлы сәнғәт музейы, Красноярск металлургия з‑ды музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Владимир Пустарнаков. Живопись. Графика: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2004.

В.М Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика