ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна (13.6.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а. — 23.5.1995, БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ольховка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1934— 70 йй. Бишбүләк р‑нының “Дим” с‑зында эшләй: 1941 й. тиклем, 1942— 47 йй. һәм 1956—70 йй. быҙау ҡараусы, 1947—56 йй. бригадир. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: йыл һайын планда ҡаралған 30 баш йәш мал урынына 50 баш үҫтергән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: П а й в и н И. Солнце в роднике // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика