ПРОТОПОПОВ Николай Андрианович (1876, Бөрө ҡ. — 1960, Ленинград), рәссам. Ҡазан художество мәктәбен (1903), Петербург художество акад. (1912; педагогтары Н.Н.Дубовский, П.П.Чистяков) тамамлаған. 1919 й. художество оҫтаханаһы етәксеһе, бер үк ваҡытта 1922 й. тиклем Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлегенең Музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау бүлексәһендә эшләгән. 1922 й. алып Ленинградта йәшәй һәм эшләй.

Башҡортостанда һынлы сәнғәт белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Һынлы сәнғәт). Төрлө жанрҙағы рәсемдәр һәм графика эштәре авторы: “Эңер” (1900), “Ҡыш”, “Е.В.Уводская портреты” (икеһе лә – 1910‑сы йй.), “Монах ҡатын‑ҡыҙ портреты” (1915). Лирик пейзаждар — “Псков йылғаһында кис”, “Волгалағы ятыу” (икеһе лә — 1913) һ.б. әҫәрҙәрендә, Өфөнөң боронғо ҡаралтылары — “Покров сиркәүе”, “Успение монастыры манараһы” (икеһе лә – 1920‑се йй.) эштәрендә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Ленинград ҡ. “Янғын” (1942) картинаһында сағылдырылған. 1930—40‑сы йй. акад. Б.Д.Греков, И.П.Павлов, А.А.Ухтомский, А.Е.Фаворский һ.б. портреттарын төшөрә. А.И.Куинджи ис. йәмғиәт (1910‑сы йй. башы, тип фаразлана) ағзаһы. Бөрөлә Урындағы край музейын (1926; хәҙ. Бөрө тарихи музейы) ойоштороусыларҙың береһе. 1903 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Милли музей, Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика