“ПРОБЛЕМЫ МУЗЫКАЛЬНОЙ НАУКИ” (“Музыка ғилеме проблемалары”), Рәсәйҙең махсус фәнни журналы. Ойоштороусылары: Ҡазан, Магнитогорск, Новосибирск, Ростов, Түб. Новгород, Урал (Екатеринбург ҡ.), Һарытау, Әстерхан консерваториялары, Воронеж сәнғәт акад., Сәнғәт академияһы, Төньяҡ‑Кавказ сәнғәт ин‑ты (Нальчик), С.В.Рахманинов ис. Тамбов муз.‑пед. ин‑ты. Ойоштороусылар советы рәйесе — И.Ғ.Ғәләүетдинов. Өфөлә 2007 й. алып йылына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 1 мең дана (2008).

Журналда музыка ғилеме, этномузыкология, музыка белеме биреү б‑са фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләре, сит ил авторҙарының мәҡәләләре; Рәсәй авторҙары т‑да мәғлүмәт һәм уларҙың мәҡәләләренә ҡыҫҡаса күҙәтеүҙәр (ингл. телендә), АҠШ‑та һәм Европала баҫылған китаптарға аннотациялар, сит ил музыка белгестәре м‑н интервьюлар һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Музыка ғилеме офоҡтары”, “Рәсәй халыҡтарының музыка мәҙәниәте”, “Донъя халыҡтарының музыка мәҙәниәте”, “Музыка тексының поэтикаһы һәм семантикаһы проблемалары”, “Музыка белеме биреүҙә инноватика” һ.б. 2008 й. алып “Креативное обучение в детской музыкальной школе” (“Балалар музыка мәктәбендә креатив уҡытыу”; ӨДСА‑ның муз. семантика лаб. фәнни‑методик хәбәрҙәре; йылына 4 тапҡыр сыға) ҡушымтаһын сығара. Баш мөхәррире – Л.Н.Шәймөхәмәтова.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика