ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич [28.12.1934, БАССРҙың Бәләбәй рны Ляхов а. (БРҙың Йәрмәкәй рны) — 5.12.2006, Өфө], актёр. РСФСРҙың (1982), БАССРҙың (1978) халыҡ артисы, БАССРҙың атҡ. артисы (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт учщеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) БР Урыҫ драма театры актёры. Урыҫ реализмы мәктәбе традицияларына нигеҙләнгән П. сәнғәте зирәк күҙәтеүсәнлек, тәрән психологизм һәм ышандырыу көсө мн айырылып тора. Классик — Нил (“Мещандар” — “Мещане”), Лещ (“Һуңғылар” — “Последние”; икеһе лә – М.Горький), Полоний (“Гамлет”, У.Шекспир), Сорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П. Чехов); совет һәм хәҙ. заман — Ленин (“Алтынсы июль” — “Шестое июля”, М.Ф.Шатров) әҙәбиәте әҫәрҙәре бса, ш. иҫ. В.И.Мураделиҙың “Октябрь” операһында (БДОБТ), Наум (“Характерҙар” — “Характеры”, В.М. Шукшин), Әнүәр (“Йәшел ишек артындағы ҡатын” — “Женщина за зелёной дверью”, Р.Ибраһимбәков), Сесил (“Һеҙҙеңһеңлегеҙһәм әсирегеҙ...” — “Ваша сестра и пленница...”, Л.Н.Разумовская) һ.б. күп һәм төрлө пландағы ролдәр башҡара. Комик ролдәрҙәҡабатланмаҫ оҫталығы, музыкаллеге, нескә юморы сағыла: Эрнандо (“Тапҡыр кәләш” — “Изобретательная влюблённая”, Лопе де Вега), Оргон (“Тартюф”, Мольер), Санчо Панса (“Ламанча кешеһе” — “Человек из Ламанчи”, Д.Вассерман һәм Д.Дэрион). П. иң яҡшы ролдәренең береһе — Соломон (“Мәңгелеккә саҡырам, Ғәли йәнәптәре!” — “При глашаю в вечность, Ваше Величество”, Г.И.Гориндың “Кин IV” пьесаһы бса) эскерһеҙ хистәр һәм ябай сәхнә кәүҙәләнеше мн айырылып тора.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич [28.12.1934, БАССРҙың Бәләбәй рны Ляхов а. (БРҙың Йәрмәкәй рны) — 5.12.2006, Өфө], актёр. РСФСРҙың (1982), БАССРҙың (1978) халыҡ артисы, БАССРҙың атҡ. артисы (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт учщеһын тамам лағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) БР Урыҫ драма театры актёры. Урыҫ реализмы мәктәбе традицияларына нигеҙләнгән П. сәнғәте зирәк күҙәтеүсәнлек, тәрән психологизм һәм ышандырыу көсө мн айырылып тора. Классик — Нил (“Мещандар” — “Ме щане”), Лещ (“Һуңғылар” — “Пос ледние”; икеһе лә – М.Горький), Полоний (“Гамлет”, У.Шекспир), Сорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П. Чехов); совет һәм хәҙ. заман — Ленин (“Алтынсы июль” — “Шестое июля”, М.Ф.Шатров) әҙәбиәте әҫәрҙәре бса, ш. иҫ. В.И.Мураделиҙың “Октябрь” операһында (БДОБТ), Наум (“Ха рактерҙар” — “Характеры”, В.М. Шукшин), Әнүәр (“Йәшел ишек ар тындағы ҡатын” — “Женщина за зелёной дверью”, Р.Ибраһимбәков), Сесил (“Һеҙҙеңһеңлегеҙһәм әсире геҙ...” — “Ваша сестра и пленница...”, Л.Н.Разумовская) һ.б. күп һәм төрлө пландағы ролдәр башҡара. Комик ролдәрҙәҡабатланмаҫ оҫталығы, му зыкаллеге, нескә юморы сағыла: Эр нандо (“Тапҡыр кәләш” — “Изобре тательная влюблённая”, Лопе де Вега), Оргон (“Тартюф”, Мольер), Санчо Панса (“Ламанча кешеһе” — “Человек из Ламанчи”, Д.Вассерман һәм Д.Дэрион). П. иң яҡшы ролдәре нең береһе — Соломон (“Мәңгелеккә саҡырам, Ғәли йәнәптәре!” — “При глашаю в вечность, Ваше Величество”, Г.И.Гориндың “Кин IV” пьесаһы бса) эскерһеҙ хистәр һәм ябай сәхнә кәүҙәләнеше мн айырылып тора. Т.П.Абросимова Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика