ПРЕКОС (франц. precoce), ит‑йөн йүнәлешле, нәҙек йөнлө һарыҡтар тоҡомо. 19 б. аҙ. Францияла урындағы нәҙек йөнлө һарыҡтарҙы америка рамбульеһы тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарыла, һуңынан лейстер тоҡомо тәкәләре м‑н ҡасырыу ҡулланыла. Эре, яҡшы үҫешкән һөлдәле мал; кәүҙәһе оҙон һәм киң, күкрәге тәрән һәм киң. Ғәҙәттә, муйынында һәм кәүҙәһендә тире йыйырсыҡтары булмай. Һарыҡтар һәм күпселек тәкәләр туҡал. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 100—110 кг, һарыҡтарҙыҡы — 65—67 кг. Йөнө аҡ төҫтә, йыуанлығы 58—64‑се сифатлы (20—23 мкм), оҙонлоғо 7,0—10,0 см. Тәкәләрҙән 7—9 кг, һарыҡтарҙан 3,8—4,3 кг йөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 140—150 бәрәс. Мал юғары үрсемлелек, тиҙ өлгөрөүсәнлек һәм ит продуктлылығы м‑н айырылып тора. Рәсәйгә (ш. иҫ. Башҡортостанға) П. тоҡомо һарыҡтарын 20 б. 20‑се йй. аҙ. Германиянан тоҡомдоң продуктлылыҡ сифаттарын күтәреү маҡсатында шырт йөнлө һарыҡтар м‑н ҡасырыу өсөн индерә башлайҙар. БР‑ҙа тоҡом малы һаны — яҡынса 2500 (2007). Тоҡом малы көтөүҙәре Дүртөйлө р‑нының “В.Н.Горшков ис. тоҡомсолоҡ заводы” ЯСЙ‑нда бар. Таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло малдың продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта өйрәнелгән (Ш.Ғ.Усманов).

Әҙәб.: Исламов Ф.А., Самигуллин Р.Н. Содержание овец. Уфа, 1999.

Ш.Ғсманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика