АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ, 1754 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Г.С.Красильников (ҡара: Красильниковтар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары — Красильниковтар. 1754 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер горны була. 18 б. аҙ. А.(Ш.)з. 114 мең дисәтинәнән ашыу ер, 122 рудник (3‑һө эшләй) ҡарай. 1782 й. ҡарай заводта 47 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә, ярҙамсы эштәрҙе башҡарған крепостной крәҫтиәндәр (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) — 50. Эшләү дәүерендә яҡынса 35 мең бот саф баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 900 бот, макс. — 1,4 мең бот (1765). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод емерелә, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1796 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Шаран р‑нының Шаран а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России в XVIII веке. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018