ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА, йөкмәткеһен асыу өсөн телдән аңлатма биреү м‑н оҙатылған инструменталь музыка. Дөйөмләштерелгән (муз. әҫәрҙең һәм уның бүлектәренең исеме, эпиграфы була) һәм конкрет (муз. әҫәрҙең сюжет нигеҙен әҙәби әҫәр йәки комп. ижад иткән программа тәшкил итә) программа айырыла. Программалыҡ — башҡ. халыҡ музыкаһына хас һыҙаттарҙың береһе. Исемендә үк сағылған үҙ аллы сюжет, ш. уҡ легенда йәки риүәйәт сюжеты һәр ваҡыт инструменталь көй, ғәҙәттә, ҡурай өсөн (“Аҡмәсет”, “Аҡ сатыр”, “Йәйәүле Мәхмүт” һ.б.), һәм бейеү көйө (“Ҡарт Байыҡ”; ҡара: “Байыҡ”, “Быҙаулыҡ”, “Иғзаҡов”, “Новалихин” һ.б.) нигеҙенә һалына. П.м. әҫәрҙәрендә төрлө тауыштарға оҡшатырға тырышыу ҙур роль уйнай: торналар торҡолдауы, кәкүк саҡырыуы, бөркөт тауышы (“Аҡ яурын сал бөркөт”, “Кәкүк”, “Сыңрау торна” һ.б.). Легендаларға ярашлы, байтаҡ программалы инструменталь көйҙәр хужаларҙың яратҡан хайуандарына арнап яҙылған; башлыса, атҡа (ҡара: Ат культы) арналған көйҙәр күп, шуға ла көйҙөң ритмик һүрәте йыш ҡына ат сабышын хәтерләтә: “Дим буйы бүртә ат”, “Күк дүнән”, “Саптар юрға”, “Сонтоҡ ҡойроҡ күк ат” һ.б. Милли музыканың барлыҡ үҫеш этаптарында ижад ителгән башҡ. халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәренең транскрипциялары башҡ. проф. музыка сәнғәтендә программалыҡтың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә: З.Ғ.Исмәғилевтең “Кәкүк” (“Кукушка”, 1950), Н.Ғ.Сабитовтың (1951), Р.Ғ.Ҡасимовтың (1985), Д.А.Ғәбитованың фп. өсөн “Салауат” (“Салават”) пьесалары. Инструменталь камерный музыканың да мөһим өлөшөн программалы пьесалар, сюиталар, балалар өсөн циклдар (ҡара: Балалар музыкаһы) тәшкил итә: С.Ғәбәшиҙең (1914) фп. өсөн “Һағыш” (“Печаль”), “Пикник”, “Һағыштан һуңғы шатлыҡ” (“Радость после печали”), “Йәшлек” (“Юность”), М.З.Бәшировтың “Скерцо” (1959) һәм “Юмореска” (1960), А.Т.Кәримовтың ҡыллы ансамбль өсөн “Ҡояшлы көн” (“Солнечный день”, 1985), флейта һәм эстрада ансамбле өсөн “Шаян ел” (“Озорной ветерок”, 1989) пьесалары; Ҡасимовтың фп., скрипка, виолончель, флейта, кларнет, саксофон өсөн “Балалар дәфтәре” (“Детская тетрадь”, 1975—90) циклдары; Р.М.Хәсәновтың фп. өсөн 10 миниатюраһы (1977), Р.Х.Ғәзизовтың “Күренештәр” (“Картинки”, 1980), “Туған моңдар” (“Родные напевы”, 1986), Н.Ә.Дауытовтың “Балалар дәфтәре” (1989, 1990), Кәримовтың “Сыбар альбом” (“Пёстрый альбом”, 2001) һ.б. Пейзаждарҙы, халыҡ тормошо күренештәрен сағылдырған тасуирлы программалыҡ музыканың төрлө жанрында ҡулланылыш таба: Х.Ф.Әхмәтовтың “Йылъяҙма” (“Летопись”, 1945) симфонияһы, А.Х.Ғабдрахмановтың “Йәмле Яйыҡ буйҙары” (1972) эпиграфлы симфоник картинаһы, Д.Д.Хәсәншиндең “Байрамда” (1976) симфоник увертюраһы, М.Х.Әхмәтовтың “Ата‑бабалар ере” (“Земля предков”, 1980), Дауытовтың “Урал” (1984), Хәсәншиндең “Урал иртәһе” (1995) симфоник поэмалары, Л.З.Исмәғилеваның “Атайҙар ере” (“Земля отцов”, 1972; “Дала” — “Степь”, “Инструменталь көйҙәр” — “Наигрыши”, “Бишек йыры” — “Колыбельная”, “Егеттәр” — “Джигиты”) симфоник циклы. Программалыҡтың нигеҙенә халыҡтың поэтик ижады образдары [Х.Ф.Әхмәтовтың “Урал батыр” (1978; “Һомай ҡош”, “Һыу аҫты батшалығы”, “Һуғыш сәхнәһе”, “Урал батырҙың үлеме”) симфоник картиналар циклы], фәлс. характерҙағы темалар (Хәсәновтың “Сибай” симфоник поэмаһы, 1984; М.Х.Әхмәтовтың «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» (По прочтении башкирского эпоса “Урал‑батыр”) 3‑сө симфонияһы, 1998) һалынған. Конкрет программалыҡ өлгөләре араһында М.Йәлилдең “Яулыҡ” (“Платочек”) шиғырына Сабитовтың “Яулыҡ тураһында поэма” (“Поэма о платке”, 1961), Х.Ғиләжевтең “Ҡырҡ алтынсы һалдат” поэмаһы б‑са “Ҡаһар‑ манлыҡ” (“Мужество”, 1985) симфо‑ ник картиналары һәм М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са Кәримовтың ҡыллы квартет өсөн “Тотҡон шағир” (“Поэт-узник”, 2003) диптихы, М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы б‑са Хәсәновтың “Прометей” (1980) симфоник поэмаһы бар. Программалыҡ әҫәрҙәрҙең исеме [Саби‑ товтың “Героик поэма”һы (“Героическая поэма”), 1950; М.Х. Әхмәтовтың “Героик” (“Героическая”) поэмаһы, 1979; икеһе лә — симфоник оркестр өсөн] йәки арнау [Р.Ә.Мортазиндың Р.Л.Ғәбитов иҫтәлегенә арналған 5‑се симфонияһы, 1976; Б.В. һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған 7‑се симфонияһы, 1984; Р.Н.Сабитовтың ҡыллы оркестр һәм һуҡма ҡоралдар өсөн “Атай иҫтәлегенә” (“Памяти отца”) поэмаһы, 1987; М.Х.Әхмәтовтың ш. уҡ исемле 1‑се симфонияһы, 1994] аша асылырға мөмкин.

Әҙәб.: А х м е т ж а н о в а Н.В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. Уфа, 1996; Г а р и п о в а Н.Ф. Башкирская фортепианная музыка. Уфа, 2008.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика