“ПОРТ‑АРТУР”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Төрөкмән а. Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын Ю.И.Ғәйнетдинов, Ф.Х.Камаев, Р.С.Сөләймәнов башҡара. Драматик характерҙағы йыр. Легенда б‑са, уны рус‑япон һуғышында (1904—05) Порт‑Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорттар ижад иткән. Йырҙа һуғыштың фажиғәле мәлдәре һәм урыҫ армияһының Алыҫ Көнсығыштағы баш командующийы ген. А.Н.Куропаткиндың хыянаты т‑да хикәйәләнә. “П.-А.” көйө алмаш пентатоникаға ҡоролған. Йыр квадрат структуралы 2 периодтан торған 2 өлөшлө форманан ғибәрәт, көйөнә киң диапазон, 2‑се өлөшөндә регистрҙың аҡрынлап түбәнәйеүе күҙәтелә. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Р.Ғ.Бүләкәнов, Р.Р.Ҡарабулатов, И.М.Мирхәйҙәров. “П.-А.” А.Т.Кәримов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән. Көйө Ф.Ә.Ғәскәров, Х.Ә.Ишбирҙин, Р.М.Саттаров ҡуйған ш. уҡ исемле бейеүҙәрҙә ҡулланыла.

Әҙәб.: Фоменков М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика