ПОПОВА Любовь Никаноровна (25.8.1933, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Түб. Балҡан а.), сәнғәт белгесе, педагог. Сәнғәт ф. канд. (1977). А.И.Герцен ис. пед. ин‑тын (1955), И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын (1971; икеһе лә – Ленинград) тамамлаған. 1970 й. алып ӨДСИ‑лә, 1979—90 йй., 1996 й. башлап БДУ‑ла, 1998—2000 йй. БДАУ‑ҙа, 1990—96 йй., 2000—04 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың һынлы сәнғәтен (ҡара: Сәнғәт ғилеме), эстетика һәм этика мәсьәләләрен өйрәнеүгә бәйле. 70‑тән ашыу фәнни эш һәм мәҡәлә, атап әйткәндә, М.Н.Арыҫланов, И.И.Ғаянов, Б.Ф.Домашников, Р.Ш.Заһиҙуллин, Г.М.Круглов, Ә.Ф.Лотфуллин ижады т‑да; методик әсбаптар, уҡыу программалары, ш. иҫ. “Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихы. Һынлы сәнғәт. Һуғышҡа тиклемге осор” (“История изобразительного искусства Башкортостана. Живопись. Довоенный период”; 2000), “Башҡортостан скульптураһы” (“Скульптура Башкортостана”; 2007) эштәре авторы; урта мәктәптәрҙең 7—10 кластары өсөн “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”; 2002—05) дәреслеге авторҙарының береһе.

Хеҙм.: Ахмат Лутфуллин. Жизнь и творчество. Уфа, 2007; Эстетика как наука об искусстве сегодня: несколько актуальных проблем //Духовный космос современного общества: сб. науч. ст. Уфа, 2007.

М.О.Садиҡова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика