ПОПОВ Сергей Анатольевич (1884, Ырымбур ҡ. – 1942 й. июле, Өфө), скрипкасы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. артисы. С.‑Петербург консерваторияһын тамамлаған (1910‑сы йй.; Л.С.Ауэр класы). 1917 й. алып ҡала симфоник оркестры музыканты һәм Курск ҡ. балалар муз. мәктәбе уҡытыусыһы. 1923 й. башлап Өфөлә: Башҡ. муз. уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1939 й. – БДОБТ оркестры артисы. Респ. тәүге скрипкасыларҙың һәм скрипка класы б‑са педагогтарҙың береһе. Репертуарында урыҫ (А.П.Бородин, А.К.Глазунов, П.И.Чайковский) һәм сит ил (Г.Венявский, Ф.Крейслер, П.Сарасате) комп. әҫәрҙәре. Ҡыллы квартеттың ойоштороусыһы һәм музыканты (И.Т.Носырев, Ф.П.Садовский, Л.С.Смирнов м‑н берлектә), 20‑се йй. Е.Н.Крылова м‑н ансамблдә, трио (М.И.Андржеевская һәм Садовский м‑н берлектә) һәм симфоник оркестр составында Сәнғәт училищеһының концерттарында сығыш яһай. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Х.Ш.Заимов, БАССР‑ҙың атҡ. артисы Ә.Ғ.Ҡәйүмов, ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре З.В.Мостафин. “Скрипка техникаһы нигеҙҙәре” (“Основы скрипичной техники”; 1929) уҡытыу‑методик әсбабы авторы.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика