ПОПОВ Борис Константинович (30.10.1935, Өфө — 2.5.2011, шунда уҡ), селекционер. А.х. ф. канд. (1976). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Благовар р‑нының “Рәсәй” к‑зы агрономы. 1963—73 йй. һәм 1980 й. алып БНИИСХ‑ла: 1980 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — лаб. мөдире, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1973—78 йй. БАХИ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976 й. алып агроном‑мето‑ дист; 1978 й. февр.—авг. Алтай а.х. ин‑тында (Барнаул ҡ.). 1978—80 йй. БАССР‑ҙың А.х. министрлығының мал аҙығы етештереү бүлегендә өлкән агроном. Фәнни хеҙмәттәре борсаҡ һәм кукуруз селекцияһы һәм орлоҡсолоғона арналған. П. тарафынан борсаҡтың Кормовой 5, Чишминский 75, Чишминский 80, Чишминский 95 һәм Чишминский 229 сорттары сығарыла, Башҡортостанда ҡуҙаҡлы иген культураларын үҫтереү б‑са тәҡдим эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Возделывание зернобобовых культур в Башкортостане. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика