ПОНОСОВА-МОЛЛО Е.А. ЙОРТО, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (К.Маркс урамы, 6). 1900 й. сауҙагәр С.С.Манаев заказы б‑са Петербург архитекторҙар йәмғиәте тарафынан эшләнгән проект б‑са (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, инженер‑архитектор К.А.Гуськов проекты б‑са) төҙөлгән. 20 б. башындағы усадьба архитектураһы өлгөһө (баҡса, фонтан, ярҙамсы биналары була). 2 ҡатлы, силуэты һәм күләм‑киңлек ҡоролошо б‑са үҙенсәлекле кирбес бина, архитектураһында эклектика (неоклассицизм, модерн һ.б. мотивтар ҡулланыу) һыҙаттары күҙәтелә. Төрлө үлсәмле архитектур күләмдәр эске бүлмәләрҙе ирекле планлаштырыу шартынан килеп сыҡҡан, унда үҙ‑ара уңайлы һәм функциональ бәйләнештәр тыуҙырып, тышҡы яҡтан бинаның үҙенсәлекле күркәмлеген тәшкил иткән. Инеү урыны төп фасадҡа һәм йорттоң үҙәк өлөшөнә асимметриялы итеп урынлашҡан; өсмөйөшлө фронтон һәм антаблементлы, 2 квадрат колонналы тәрән портик рәүешендәге болдор м‑н төҙөлгән, биҙәлгән металл ҡойма уға терәтелгән. Рустланған, ҡатмарлы һырланған кәрниздәр, семәр йөҙлөклө тәҙрәләр, һылап яһалған биҙәктәр, аркалы һәм тура мөйөшлө тәҙрәләрҙе үҙ эсенә алған биҙәү бинаға күркәмлек өҫтәй. Урынды уңышлы һайлау, масштабты һәм төҫтәрҙе яраштырыу һөҙөмтәһендә тирә‑яҡтағы киңлеккә тап килеп, ҡаланың хәҙ. картинаһын тултырып тора. 1980‑се йй. башында реставрация (архитектор Р.Сәлимов проекты), 2008 й. реконструкция (В.Ҡәйүмов) үткәрелә, төкәтмә итеп зал төҙөлә (Р.И.Кирайдт).

1909 й. алып йорт хужаһы Е.А.Поносова-Молло була, 1919 й. июнендә унда егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы штабы, һуңынан сит ил коммунистары клубы, 1921 й. башлап Губерна фәнни китапханаһы (ҡара: Милли китапхана), 1930‑сы йй. Өфө революция музейы һәм Ҡарт большевиктар йәмғиәте, 1951 й. алып Ғалимдар йорто, РФА Өфө ФҮ һәм Фәндәр академияһы президиумдары, 2007 й. — Этнологик тикшеренеүҙәр институты м‑н Археология һәм этнография музейы урынлашҡан.

Әҙәб.: Нигматуллина И.В. Старая Уфа: ист.‑краеведч. очерк. Уфа, 2004; Семёнова С.Ю. Как строилась и жила губернская Уфа (конец ХVI – начало ХХ вв.): очерки. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика