ПОЛЯКОВ Владимир Андреевич (16.2.1945, Өфө), йырсы (баритон). РФ‑тың атҡ. артисы (1995). Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). ӨАИ‑ны (1968), ӨДСИ‑не (1977; М.Ғ.Мортазина класы) тамамлаған. 1968—73 йй. “Гидравлика” Өфө агрегат берекмәһе инженеры, 1977 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театры, 1983—2004 йй. һәм 2013 й. — Мәскәү өлкә филармонияһы, 2005 й. башлап “Кузьминки” Мәскәү өлкә сәнғәт йорто, 2011—13 йй. Мәскәү өлкә продюсерлыҡ үҙәге солисы. Киң диапазонлы, матур тембрлы тауышы, сағыу артислыҡ һәләте булған йырсы. Концерт репертуарында операларҙан ариялар, урыҫ һәм сит ил комп. вокаль әҫәрҙәре, ватан авторҙарының эстрада йырҙары, урыҫ халыҡ йырҙары. Төп партиялары: Жермон (“Травиата”, Дж.Верди; дебют, 1977), Тореадор (“Кармен”, Ж.Бизе), Роберт һ .м Эбн‑Хакия (“Иоланта”, П.И.Чайковский) һәм башҡалар. И.К.Архипова, М.Л.Биешу, СССР‑ҙың халыҡ артистары В.А. Атлантов, Т.А.Милашкина, Е.В.Образцова һ.б. м‑н сығыш яһай. Әзер‑ байжан ССР‑ында үткәрелгән РСФСР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1979). Рәсәй һәм сит илдәр (Афғанстан, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика