ПОЗДНОВ Виктор Андреевич (21.10.1929, Борисоглебск ҡ. – 11.10.2010, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1973). Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Пенза художество уч‑щеһын тамамлаған (1951; пед. А.П.Коровяков). 1952—92 йй. Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты рәссамы, бер үк ваҡытта 1981 й. алып “Таң” клубы (Өфө) етәксеһе.

Реалистик йүнәлеш вәкиле. Башҡортостан тәбиғәтенә арналған пейзаждарына романтик ҡараш, күҙәтеүсәнлек (“Ҡайын һалдар”, 1957; “Салауат Юлаевтың тыуған илендә”, 1970), эпиклыҡ, панорама киңлеге (“Ирәмәл яҙ көнө”, 1981; “Еләҫ. 1953”, 2006) хас. Ватан тарихына (“В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Өфөлә. 1900 йыл”, “Башҡорт атлылары”; икеһе лә – 1969; “Еңеүселәрҙең ҡайтыуы”, 1975) һәм хеҙмәт (“Һауынсылар”, 1974; “Балыҡтың бай табышы”, 1977) темаларына арналған картиналар, портреттар (“Урман ҡырҡыусы портреты”, 1972; “Парламентёр подполковник В.Л.Гришин портреты”, 1982), натюрморттар (“Мимоза менән натюрморт”, 1980; “Виктория менән натюрморт”, 1992) авторы. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1958, 1979, 1989, 2004, 2009), Мәскәү (1976), Паланга (1977, 1979, 1989, 1997; Литва), Нью-Джерси (1994, АҠШ), Берлин (1995) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милиция музейы, Стәрлетамаҡ музейы, Брянск художество музейы, Магнитогорск картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Тыуған ил буйлап” Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе дипломанты (Мәскәү, 1981).

Әҙәб.: Виктор Позднов. Живопись: [каталог] /авт.‑сост. В.Х.Мустафина. Уфа, 1997.

Е.В.Позднова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика