ПОГОДИН Василий Филиппович (2.8.1913, Ырымбур ҡ. — ?), селекционер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡырғыҙ ССР‑ының “КокБель” с‑зында баш агроном. 1946 й. алып Көньяҡ‑Көнсығыш игенселек хужалығы ин‑тында (Һарытау ҡ.), 1948 й. — Ырымбур селекция ст. эшләй. 1957 й. башлап Бөрө тәжрибә‑производство хужалығының өлкән ғилми хеҙм‑ре, тәж. баҫыуы мөдире, 1961—76 йй. лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре иген һәм ярма культуралары, күп йыллыҡ үләндәр селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм агротехникаһына арналған. П. тарафынан ҡарабойҙайҙың Бирская 3, ужым арышының Бирская 2, ҡыҙыл клеверҙың Бирский 3 сорттары сығарылған. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика