АТАЕВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искино а/с ҡарай. Өфөнән К. 27 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 16 кеше; 1920 — 81; 1939 — 92; 2002 — 70; 2010 — 101 кеше.

Ауылға 1777 й. купчий ҡағыҙы б‑са ваҡ биләмәле дворян Атаевтар һатып алған Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. Алексеевка (Атаев) исеме м‑н теркәлгән, 5 йортта 26 кеше йәшәгән. Шулай уҡ Королёвка булараҡ билдәле булған. 1959 й. ҡарай иҫәпкә алыуҙан сығарылған, 1992 й. тергеҙелгән һәм Өфө р‑нының Булгаков а/с составына индерелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов