ПЛЕКУНОВ Владимир Иванович (17.7.1923, Һарытау губ. Козловка а. — 6.1.2001, Өфө), театр рәссамы. РСФСР‑ҙың (1969) һәм БАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1964). Рәссамдар союзы ағзаһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау художество уч‑щеһын тамамлаған (1941; педагогы Е.К.Шаблиевский). 1949 й. СССР‑ҙың Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе — баш рәссам Ф.Ф. Федоровский). 1944 й. алып Һарытау опера һәм балет театры рәссамы, 1949 й. — БДОБТ‑ның ҡуйыусы рәссамы, 1973 й. — баш рәссамы, 1987— 99 йй. “Нефтсе” техниктар йортоноң (икеһе лә — Өфө) баш рәссамы. Башҡортостан сценографияһында иң күренекле оҫталарҙың береһе. Опера һәм балет театры, Алма‑Ата, Воронеж, Горький, Дүшәнбе, Силәбе, Улан‑Удэ, Һамар һ.б. ҡалаларҙың опера һәм балет театрҙары сәхнәләрендә 400‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. Урыҫ театрының сценография традициялары алымдарына таяна, уларҙы заман рухында кәүҙәләндерә; уның эштәре әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың барған мәлен, геройҙарҙың психологияһын яҡшы аңлап башҡарыу м‑н айырылып тора. БДОБТ‑ла классик һәм милли репертуарҙарҙың декорациялары һәм костюмдарына эскиздар авторы: А.П. Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”; 1966), “Замандаштар” (1970), “Урал илселәре” (1982) опералары; З.Ғ. Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” (1959) муз. комедияһы; Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1957), “Гөлнәзирә” (1963), С.С.Прокофьевтың “Золушка” (1977) һ.б. балеттары. 1946 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1983, 1993, 2003). Эштәре БДХМ, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы (Мәскәү), Һарытау художество музейы, Тажикстан һынлы сәнғәт музейы (Дүшәмбе) коллекцияларында һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1955) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика