ПЛАТОНОВ Валерий Игнатьевич (6.1.1953, Белорет ҡ.), дирижёр. РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007), БР‑ҙың халыҡ артисы (1995). ӨДСИ‑не (1977; Р.Ю.Шәйхетдиновтың баян, М.Б.Голубицкийҙың дирижёрлыҡ итеү класы), Урал консерваторияһын (Свердловск ҡ., 1982; М.И.Паверман класы) тамамлаған. 1977 й. алып мәҙәниәт ин‑тында уҡы‑ та, 1981—91 йй. опера һәм балет театры дирижёры, 2001 й. — баш дирижёры (икеһе лә — Пермь ҡ.), 1991—2001 йй. БДОБТ‑тың баш дирижёры, 2014 й. алып художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997— 2000 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Репертуарында 80‑дән ашыу муз. спектакль, улар араһында сит ил (Дж.Вердиҙың “Отелло”, Ш.Гуноның “Фауст”, Э.Григтың “Пер Гюнт”), ватан [С.С. Прокофьевтың “Һуғыш һәм солох” (“Война и мир”) һәм “Утлы фәрештә” (“Огненный ангел”), И.Ф. Стравискийҙың “Һандуғас” (“Соловей”), К.А.Караевтың “Ете һылыу” (“Семь красавиц”), А.И.Хачатуряндың “Спартак”], башҡ. (“Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Сыңрау торна”) комп. опералары һәм балеттары, 140‑тан ашыу донъя классикаһы әҫәрҙәре. П. етәкс. Х.Ф.Әхмәтовтың “Нәркәс” (1994), С.Ә.Низаметдиновтың Ай тотолған төндә” (1996) һәм “Memento” (2000), Р.К.Щедриндың “Лолита” (урыҫ телендә, 2003), А.В. Чайковскийҙың “Иван Денисовичтың бер көнө” (“Один день Ивана Денисовича”, 2009) операларының, И.В. Ануфриевтың “Һалҡын йөрәк” (“Холодное сердце”, 1987), Ю.С.Саульскийҙың “Валенсиянан сеньора” (“Сеньора из Валенсии”, 1992), Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”, 1998) балеттарының, Р.Ғ. Ҡасимовтың 3‑сө (1999) һәм 4‑се (2000) симфонияларының премьералары һ.б. үтә. “Өфөлә Шаляпин кисәләре” фестивален (1991—2000), Нуриев Р. исемендәге Халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивален (1994—2001), “Дягилев сезондары: Пермь—Петербург— Париж” (Пермь; 2003 й. алып 2 йылға бер тапҡыр) Халыҡ‑ара фестивален ойоштороусыларҙың һәм муз. етәкселәренең береһе. Ирландия милли оркестры, А.Ә.Абдразаҡов, И.Ә. Абдразаҡов, И.К.Архипова, М.Л.Биешу, Ю.Н.Григорович, СССР‑ҙың халыҡ артистары В.Н.Минин, В.И.Пьявко һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. АҠШ, Белоруссия, Германия, Рәсәй, Украина симфоник оркестрҙары м‑н сығыш яһай. И.Я.Паницкий ис. Бөтә Рәсәй баянсылар конкурсы (Һарытау ҡ., 1977), “Тылсымлы сәхнә арты” (“Вол‑ шебная кулиса”) Пермь өлкә театр фестивале (Пермь; 2002, 2004), “Алтын битлек” (“Золотая маска”) Рәсәй милли театр пр. (Мәскәү, 2010; “Дирижёрҙың опералағы иң яҡшы эше” номинцияһында) лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика