ПЛАТОНОВ Алексей Трофимович (1.6.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әлшәй а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка а., — 26.3.2012, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1940; педагогтары А.П.Лежнев, А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов). 1945 й. алып 2‑се урта мәктәптә (Раевка) уҡыта, 1947—48 йй. БДХМ‑да ғилми хеҙм‑р, 1953—54 йй. дир., 1948— 80 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Башҡ‑н художество‑производство оҫтаханалары рәссамы. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (1955—57). Реалистик манерала ижад итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт күренештәрен төшөрә: “Йыртҡыслыҡ эҙҙәре. Дошман үткәндән һуң ҡалған нәмә”, “Зацитов биҫтәһе”, “Вышкалар” һ.б. (1944—45; бөтәһе лә — ҡағыҙ, акв.), “Автопортрет” (1945; ҡағыҙ, сепия; бөтәһе лә — “Алыштар араһында” серияһынан). Көнкүреш темаһына арналған эштәр (“Ярҙамсы ҡыҙ”, 1955; “Күгәрсендәр”, 1957 һ.б.), пейзаждар серияһы (“Таулы Башҡортостан”, 1960; “Белореттың сите”, 1963; “Уралда көҙ”, 1965) авторы. “Забастовка. Уралда 1905 йыл” (1967) картинаһы композицияһына боронғо Урал заводтары мотивын индереп, тарихи ваҡиғалар атмосфераһын ышандырырлыҡ итеп кәүҙәләндерә (ҡара: Тарихи жанр). Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1946 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Милли музей коллекцияларында һаҡлана. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд.м‑н бүләкләнгән (1985).

Әҙәб.: 55‑летию Великой Пебеды посвящается: выст. произведений худ. Респ. Башкортостан: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2000; Акварельная весна‑Акварель яҙы: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2005.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика