ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович (30.7.1927, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ергән ҡсб), йырсы (лирик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1965). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыған (1945—48; А.Чернов‑Шер класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; С.П.Юдин класы) 1995 й. тиклем филармония солисы, бер үк ваҡытта 1980 й. алып Рәсәй театр сәнғәте акад. (икеһе лә — Мәскәү) уҡыта. Киң диапазонлы сағыу һәм йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә; башҡарыу сәнғәте тәьҫирлелеге, тәбиғи музыкаллеге м‑н айырылып тора. Репертуарында Э.Григ, Р.Шуман, Ф.Шуберт, М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Х.Ф. Әхмәтовтың камера‑вокаль әҫәрҙәре, П.И.Чайковскийҙың романстары, боронғо урыҫ романстары, халыҡ йырҙары һ.б. К.Орфтың “Кармина Бурана” кантатаһында Ҡурылған илаҡ аҡҡош партияһын СССР‑ҙа тәүге башҡарыусы (1982). Төп партиялары: Арлекин (“Мәҙәкселәр” — “Паяцы”, Р.Леонкавалло; дебют, 1953), Орфей (К.Монтевердиҙың ш. уҡ исемле операһы), Смит (“Перт сибәре” — “Пертская красавица”, Ж.Бизе), Берендей (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”), Йондоҙ һанаусы (“Алтын әтәс” — “Золотой петушок”; икеһе лә — Н.А. Римский‑Корсаков), Пётр (“Наталка Полтавка”, Н.В.Лысенко) һ.б. БДОБТ‑ла Ленский партияһын (1966, “Евгений Онегин”, Чайковский) башҡара. СССР‑ҙың халыҡ артистары П.Г.Лисициан, С.А.Самосуд, Е.Ф.Светланов, Болгария Халыҡ Респ. — Д.Узунов м‑н хеҙмәттәшлек иткән. СССР һәм сит илдәр (Австрия, Венгрия, Германия, Румыния, Финляндия) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) дипломанты. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Әҙәб.: А б р а м о в Г. Вечер Геннадия Пищаева //Советская музыка. 1956. №5; В л а д и м и р о в Л. Новая программа Г.Пищаева //Шунда уҡ. 1959. №7.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика