ПЕТРОВ Пётр Петрович (16.7.1950, Ырымбур өлк. Сидоркино а. — 14.4. 2012, Өфө), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1997). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1979). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башгипросельхозстрой” ин‑ты, 1975—2002 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Башнефтепроект” ин‑тының архитектура‑төҙөлөш бүлеге архитекторы, төп архитекторы, баш архитекторы, 2005 й. алып проекттарҙың баш архитекторы. 1985 й. башлап “Гидравлика” пр‑тиеһының архитекторҙар төркөмө етәксеһе, 1988 й. — ҡала башҡарма ком‑тының Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы архитекторы, 1989 й. — “Архпроект” ЯАЙ‑ның баш архитекторы, 2002 й. — архитектура үҙәгенең баш белгесе, 2003—05 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитектура оҫтаханаһы етәксеһе (бөтәһе лә — Өфө). 50‑нән ашыу архитектур проекттар, ш. иҫ. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының төп биналары (универсаль тәғәйенләнешле зал, фойе, гардероб, клуб өлөшөндәге вестибюль; 1980), Энгельс урамындағы 5‑се торлаҡ йорт (1998), “Дуҫлыҡ” (2000), “Ишем” (2005; бөтәһе лә — Өфө) электр подстанциялары, Спас Нерукотворный сиркәүе (2000; Өфө р‑ны Алексеевка а.), авторы. Шулай уҡ карикатура өлкәһендә эшләй.

Әҙәб.: Павлова Э.В. мәҡ. ҡарағыҙ.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика