АТА-БАБАЛАР КУЛЬТЫ, мәрхүм ата-бабалар рухына дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, А.‑б.к. өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан. Ата-бабалар м‑н өҙөлмәҫ бәйләнешкә ышаныу община (ҡәбилә, ырыу) берҙәмлеген һаҡлауға булышлыҡ иткән. А.‑б.к. нигеҙендә кеше иҫән саҡта ла, ул үлгәндән һуң (рух; ҡара: Анимизм) да ҡалған йән т‑да ышаныу ята. Үлгәндән һуң йән күбәләк, ҡош, йәнлек ҡиәфәтенә инә, өйөнә ҡайта ала һ.б тип иҫәпләнгән. Ағас ырғаҡ (махсус ҡағып ҡуйылған), ишек башы, тупһа мәрхүмдәрҙең йәне ҡунаҡлар урын тип һаналған. Ата-бабалар рухы үҙ тоҡомдарын һаҡлап йөрөй, уларҙың ырыҫын арттыра, тип ышанғандар. Ырыу һәм ҡәбиләләргә нигеҙ һалған ата-бабалар рухына (ҡара: Онгон) айырым иғтибар бирелгән. Әруахтарҙың яҡшы мөнәсәбәтен яулар өсөн төрлө йолалар башҡарылған, уларҙың ҡайһы берҙәре ҡорбан салыу м‑н атҡарылған, изге һаналған иҫке зыяраттарҙа ололар аяты үткәрелгән. Ислам дине таралғандан һуң, А.‑б.к. мосолман изгеләре (ҡара: Әүлиә) культына әүерелә. Ата-бабалар рухы т‑дағы ышаныуҙар ат культы, айыу культы, болан культы, бүре культы, ҡоштар культы һ.б. барлыҡҡа килеүгә нигеҙ була. А.‑б.к. м‑н ҡайһы бер ерләү йолалары, ш. уҡ ҡәбер өҫтөнә һынташтар ҡуйыу йолаһы бәйле. А.‑б.к. кавказ, урал-алтай, һинд-европа халыҡтарының күбеһендә таралған була.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина