ПЕТРОВ Борис Ильич (28.8.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баженовка а., хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Баженов а., — 23.8.2004, Өфө), агроном, хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Иҡт. ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1966), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1969), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) Бәләбәй р‑нының “Бәләбәй” с‑зында (өлкән агроном), 1952 й. башлап Йәрмәкәй р‑нының 8‑се Март ис. с‑зында (өлкән агроном, 1954 й. алып баш агроном, дир. урынбаҫары), 1956 й. — Хәйбулла р‑нының “Матрай” с‑зында (баш агроном, 1960 й. башлап дир.) эшләй. 1972 й. алып Респ. производство совхоздар берекмәһе нач., 1975 й. — БАССР‑ҙың а.х. министрының 1‑се урынбаҫары, 1986 й. — БАССР‑ҙың Дәүләт агросәнәғәт ком‑ты рәйесенең 1‑се урынбаҫары — БАССР министры. 1988— 97 йй. БНИИЗиС‑та: дир., 1996 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1988—95 йй. “Башҡортостан” ҒПБ‑ның ген. директоры. П. етәкс. “Матрай” с‑зы үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 27,8 ц/га тәшкил иткән (1968); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2540 кг (1969). 86 фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 7‑се һәм 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: У д а л о в А. Одной семьёй //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика