“ПЕРОВСКИЙ”, “П е р о в с к и й м а р ш ы”, 1) башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр К.Б.Шуберт тарафынан яҙып алына, С.Г.Рыбаков яҙмаһында “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары ” китабында баҫтырыла. Варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н. Лебединский, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, көйөн һәм шиғри тексын БАССР‑ҙың Учалы р‑нында И.Зәйнетдиновтан А.С.Ключарёв яҙып ала. Бейеү‑марш характерындағы инструменталь көй. “П.” барлыҡҡа килеүе В.А.Перовский командалығында Аҡмәсет ҡәлғәһенә 1853 й. хәрби поход [ҡара: Коканд походтары (1852, 1853)] м‑н бәйле. Легендаларҙың береһендә Перовскийҙың яугирҙары араһында 20 ҡурайсы булыуы һәм уларҙың Аҡмәсеткә табан барған юлда ҡурай уйнап килеүҙәре, һөҙөмтәлә ҡәлғәне яуһыҙ ғына алыуҙары т‑да хикәйәләнә. Күңел асыу башлана һәм ҡурайсы Мәхмүт сәсән көй сығарып, Перовскийға уйнап күрһәтә. Һуңынан Перовский хөрмәтенә ижад ителгән был көй уның исеме м‑н йөрөтөлә башлай. С.Ә.Галин тарафынан яҙып алынған шиғри текстары билдәле, унда ғәскәрҙәрҙең Перовский м‑н ҡәнәғәтһеҙлеге һүрәтләнә. “П.” көйө нигеҙендә — интонациялары үҙгәртелгән гопак; әүҙем дәртле интонацияһы м‑н айырылып тора. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, К.М.Дияров, Х.Ш.Әхмәтшин. “П.” көйө Шуберттың “Ҡырғыҙ далаларына минең сәйәхәтем” (“Моё путешествие в киргизские степи”) ҡыллы квартетында, “Сыңрау торна” балетында ҡулланылған.

2) Башҡ. халыҡ хәрби‑һунарсылар бейеүе (яңғыҙ башҡарыла). 19 б. барлыҡҡа килә, версияларҙың береһе б‑са, үрҙә әйтелгән хәрби походта ҡатнашыусы Йософ Ҡарамышев һалған бейеү. Проф. сәхнәлә тәүге тапҡыр 1932 й. Өфөлә Ф.Ә.Ғәскәров тарафынан ҡуйыла. Батыр һынын кәүҙәләндергән бейеүсе тарафынан етеҙ һәм дәртле итеп башҡарыла. Ҡул хәрәкәттәренә ҙур иғтибар бирелә: һунарсы хәрәкәттәре имитациялана (кереш тартыу, уҡ атыу, ҡамсы м‑н һуғыу, һунар ҡоштарының осошона оҡшатыу һ.б.); улар аныҡ аяҡ тыпырлауы м‑н бергә башҡарыла. 20 б. 50‑се йй. “Һунарсы” исеме аҫтында бейеүҙең камиллаштырылған варианты барлыҡҡа килә. Бейеүҙе башҡарыусылар араһында Ф.Ғ.Ғәбитов, Дияров, Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, М.Р. Иҙрисов, Х.Ғ.Сафиуллин, Ф.С. Һатлыҡов, М.М.Шәмсетдинов, Ә.Х.Әхмәҙиев.

Әҙәб.: Н а г а е в а Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Г.Ә.Ишкинина, Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

 

 

Яндекс.Метрика