ПЕПИН БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты. 1985 й. Р.И.Болотина, Ғ.Ә. Мансуров (БНИИЗиС) тарафынан Башкирский красавец һәм шафран П. сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге ағас, сатыры йомро‑һалынҡы, йәйенке, ҡуйы. Үрендеһе ҡараһыу көрән төҫтә, төклө. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, оҙонса, киң овал формаһында, ҡараһыу йәшел төҫтә, осо оҙон, яйлап тарая бара, аҫҡа табан бөгөлгән. Емешенең ауырлығы 106—140 г, овал йәки оҙонса конус формаһында. Төҫө йыуылған ҡыҙыл фонда асыҡ ҡыҙыл һыҙыҡтар һәм һыҙаттар м‑н йәшкелт һары. Ҡабығы майлы, көслө балауыҙ ҡунығы бар. Итсәһе һарғылт аҡ төҫтә, тығыҙ, ваҡ ярмалы, һутлы, тәме әскелтем‑сөсө, хуш еҫле. Өлгөрөү ваҡыты — авг. аҙағынан сент. башына тиклем, ҡулланыу өсөндек. аҙағына тиклем. Составында ҡоро матдә миҡдары 15%, шәкәр — 10,6%, пектин — 0,91%, С витамины — 9,8 мг%. Ҡутырға бирешмәй торған сорт, емеш күбәләге һәм кеблә м‑н аҙ зарарлана, йыл һайын уңыш бирә. Уңдырышлылығы 69 ц/га (Кушнаренко емеш‑еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге, 2004). БР б‑са 1995 й. ҡулланылышҡа индерелгән, дала һәм урман‑дала ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика