ПЕЙКО Николай Иванович (12.3. 1916, Мәскәү — 1.7.1995, шунда уҡ), комп., педагог. Проф. (1958). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1964). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1940; Н.Я. Мясковский класы), 1943—59 йй. шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1954—95 йй. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад. уҡыта. Башҡ., татар, молдован, урыҫ, фин, француз, яҡут һ.б. халыҡтарҙың муз. фольклорын өйрәнә, уларҙың темаларын йыш ҡына үҙ әҫәрҙәрендә ҡуллана. 20 б. 40‑сы йй. башында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына (Мәскәү, 1955) әҙерләнеү барышында М.М.Вәлиев м‑н берлектә “Айһылыу” (1943) операһын ижад итеү өсөн Өфөгә саҡырыла. Опералар, балеттар, симфониялар, концерттар, сюиталар, сонаталар, романстар һ.б. ижад иткән. Уҡыусылары араһында РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре С.А.Ғөбәйҙуллина, С.Р.Сәлмәнов. Сталин пр. лауреаты (1947, 1951).

Әҙәб.: М а х н е й С.И. Русские композиторы и Башкирия: (к проблеме взаимодействия двух культур). Уфа, 2008.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика