АТ СПОРТЫ, атта һыбай йөрөү ярыштары. А.с. төрҙәре: ат өйрәтеү, конкур-иппик (ҡаршылыҡтарҙы үтеү), өсбәйге (манеждағы сабыш, яландағы һынауҙар, конкур), ат сабышы һ.б. Башҡортостанда А.с. үҫешә башлауы 1891 й. Өфөлә ипподром асылыуға бәйле, унда 1892 й. тәүге юртаҡтар сабышы үткәрелә. 1937 й. башҡорт атлылары бөтә Союз ярыштарында ҡатнаша. 1970 й. Учалы р‑нының “Байрамғол” с‑зында А.с. мәктәбе ойошторола. 1976 й. Өфө комплекслы ДЮСШ‑нда А.с. бүлеге асыла, 80‑се йй. башында Өфөлә “Уңыш” ДСО‑һы эргәһендә А.с. б‑са респ. ДЮСШ ойошторола. Өфөлә бөтә Союз (1983) һәм бөтә Рәсәй (2001, 2004, 2007) атлылар ярыштары, һыбайлыларҙың кесе Европа чемпионаты (1995) үткәрелә. Башҡ‑н йыйылма командаһы бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе була (1992—93, 1996—97, 2000, 2004, 2007). Респ. А.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — РСФСР чемп. Р.Ф.Ғилмийәрова (1976). БР атлылары араһында: В.Замотохин — үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемп. (1976); В.М.Сухарев — СССР чемп. (1978—79); М.А.Борзов — СССР Кубоктарын яулаусы (1990—91), РСФСР чемп. (1987); О.А.Данилова — Рәсәй чемп. (2006, 2008), Донъя кубогы этабының бронза призёры (2008). Респ. “Аҡбуҙат” (Өфө), “Арғымаҡ” (Дүртөйлө р‑ны), “Ирәмәл” (Учалы ҡ.), “Ҡара юрға” (Илеш р‑ны), “Толпар” (Мәләүез р‑ны) А.с. комплекстары бар. 10 А.с. секцияһы эшләй, уларҙа 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2010). 1995 й. алып — Йылҡысылыҡ һәм ат спорты ассоциацияһы, 1998 й. башлап БР А.с. федерацияһы эшләй. А.с. м‑н тренерҙар А.П.Васильев, И.М.Ғәниев, Г.В.Ипатова, И.Н.Никитин, М.И.Разорёнов, Н.Г.Юрченко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Г.В.Ипатова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина