ПЕЙЗАЖ (фр. paysage), һынлы сәнғәт жанры, ш. уҡ үҙ булмышындағы йәки кеше тарафынан үҙгәртелгән тәбиғәтте һүрәтләгән айырым рәсемдәр. П. ҡайһылыр урындың (мәҫ., диңгеҙ — марина), ҡалаларҙың (ҡала архитектураһы П. — ведута) һәм айырым архитектур ҡоролмаларҙың күренештәре, һирәгерәк уйҙағы ландшафттар һүрәтләнә. Йыш ҡына П. рәсем сәнғәте, графика, скульптура (рельефтар, миҙалдар), башҡа жанр (ҡара: Тарихи жанр, Тормош‑көнкүреш жанры, Натюрморт, Портрет) әҫәрҙәрендә фон булып тора.

Башҡортостанда П. жанрының барлыҡҡа килеүе М.В.Нестеров ижадына бәйле. Уның эштәрендә П. образдың мөһим өлөшө булып тора, байтаҡ эштәрендә Урал тәбиғәтенең күренештәре сағылған: “Ағиҙел йылғаһы” (1909), “Уралда” этюдтары, “Аксаковтың тыуған иле” (икеһе лә — 1914) картинаһы һ.б. Нестеровтың күңеленә яҡын булған 19 б. аҙ. урыҫ һынлы сәнғәтенең реалистик традициялары А.Э.Тюлькиндың (20— 60‑сы йй. респ. П. рәсем сәнғәтендә үҙәк фигура) һ.б. рәссамдарҙың ижадында сағылыш таба, улар был жанрға нигеҙ һала һәм 20 б. 1‑се ярт. уның формалашыуына булышлыҡ итә.

20 б. башынан Ю.Ю.Блюменталь, П.М.Лебедев, Н.А.Протопопов һ.б. пейзаж жанрына мөрәжәғәт итә. Башҡ. авторҙарының эштәре, ш. иҫ. конкрет мотивтар һәм тәбиғәттең төрлө торошон сағылдырған этнографик характерҙағы һүрәттәре һәм лирик П. 1916—17 йй. Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә күрһәтелә, унда ш. уҡ Д.Д.Бурлюктың кубофутуристик композициялары (“Йәйғор”, 1916) һәм Башҡортостанда төшөрөлгән натура П. (“Иглин ауылында яҙ”, 1917) ҡуйыла. Уның эштәре А.П.Лежнев, Тюлькиндың ҡайһы бер П. һымаҡ импрессионизм стилендә яҙылған. Бурлюктың “Ҡыҙыл өйлә” (1915—18), Тюлькиндың “Дачалағы ихата” (1919) экспрессив П. композициялары 20 б. башындағы Европа һәм урыҫ художество авангарды йоғонтоһонда яҙылған, был алымдар 20‑се йй. ҡайһы бер авторҙар ижадында ла күҙәтелә. Жанр үҫешендә Тюлькиндың рәссам һәм пед. эшмәкәрлеге, ш. уҡ Нестеров М.В. исемендәге художество музейы һәм Башҡ. сәнғәт техникумы (ҡара: Сәнғәт училищеһы) асылыуы ҙур роль уйнай.

20‑се йй. башҡ. рәссамдарының күбеһе П. жанрында эшләй. Социалистик реализм нығынғандан һуœ һәм 80‑се йй. тиклем реалистик передвижниктарҙан һуңғы тенденциялар өҫтөнлөк итә. П. образ йөкмәткеһенең яңырыуы күҙәтелә: рәссамдар төбәк тормошондағы үҙгәрештәрҙе кәүҙәләндерә, колхоз‑индустрия тематикаһына мөрәжәғәт итеп, эштәрендә сәнәғәт мотивтарын сағылдыра, был Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаларының ижадында киң күрһәтелә. Лирик П. иң популяр жанр булып ҡала: саф һәм тәбиғи төҫтәр м‑н айырылып торған ҙур оҫталыҡ м‑н башҡарылған М.Н. Елгаштинаның акварелдәре (“Эҫем йылғаһы ярында”, 1933 й. тиклем), К.И.Герасимов һ.б. эштәре. Жанр үҫешендә натюрморт м‑н П. берләштереүгә ынтылыш тенденцияһы күҙә‑ телә, был хәл әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен киңәйтә, образдың тәьҫирлеген көсәтә: рәсеме б‑са ҡатмарлы, сәскә шәлкемен һәм сиркәү күренеше м‑н ҡала панорамаһын һүрәтләгән Тюлькиндың “Гортензиялар” (1920); П. фонында милли көнкүреш әйберҙәрен кәүҙәләндергән Ҡ.С.Дәүләткилдеевтең “Башҡорт өйөнөң тупһаһы” (1928) аквареле. Һуңғы авторҙың, ш. уҡ Блюменталь (“Башҡорт тупһаһы”, 1928), В.С.Сыромятников (“Көймәле арба йәйләүҙә”, 1929) һ.б. ижадында этнографик һәм тарихи ысынбарлыҡ мотивтарына ҡыҙыҡһыныу һаҡланып ҡала. Башҡ. авторҙарының Сан‑Диего ҡ. (АҠШ, 1929) художество күргәҙмәһендә ҡатнашыуы ҙур ваҡиға була, унда Тюлькиндың “Гөллө тәҙрәләр” (1924) картинаһы айырым билдәләнә; башҡ. П. оҫталарының эштәре йышыраҡ Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә күрһәтелә башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында П. айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Р.Ғ.Ғүмәров фронт тормошона арналған график эштәрендә һуғыш барған шарттарҙа ла мөһәбәт булып ҡалған йылға һәм архитектура ландшафтарын төшөрә (“Березинаны кисеү”, “Азат ителгән Смоленск”; икеһе лә — 1944); Р.У.Ишбулатов байтаҡ П. этюдтары ижад итә. Һуғыш темаһын Тюлькин үҙенсә аңлата: һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған “Голубец” (1942) картинаһы фәлс. уйҙар м‑н һуғарылған; “Тынлыҡ” П.‑картинаһында тыныс тормоштоң матурлығы һәм гармонияһы т‑да фекер һалынған; “Нестеровтың тыуған иледә” (икеһе лә — 1946) картинаһы үтә лә тәьҫирле булыуы м‑н айырыла. Ленинград, Мәскәү, Украинанан эвакуацияланған рәссамдар башҡ. ерендә алған тәьҫораттарын үҙҙәренең ижадында сағылдыра (ҡара: Воскресенск картиналар галереяһы). Тыныс һәм күтәренке кәйеф м‑н һуғарылған 40—50‑се йй. 2‑се ярт. әҫәрҙәр башҡ. тәбиғәтен, ҡала һәм ауыл мотивтарын кәүҙәләндерә (Н.Н.Анисифорова, Б.Д.Ежов, В.А.Игошев, Лебедев, Н.А.Русских, И.И.Урядов); В.П. Андреев рәсем сәнғәтендә һәм графикала индустриаль П. жанрын эҙмә‑эҙлекле эшкәртә, был хәл ш. уҡ П.П.Салмасов ижадында ла күҙәтелә.

50‑се йй. уртаһынан респ. пейзажсыларының ҙур коллективы туплана башлай, уны Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын, илдең художество уҡыу йорттарын, һуңынан ӨДСИ‑не (ҡара: Сәнғәт институты) тамамлаусылар тулыландыра. Улар сәнәғәт, ҡала, ауыл П. һуғыштан һуңғы төҙөлөштөң киң ҡолас йәйеүен сағылдырырға, тормоштоң яңы күренештәрен һәм темпын, Тыуған ил образын күп яҡлап кәүҙәләндерергә тырыша; ҙур масштаблы панорама композицияларын төшөрөүгә ынтылыш, пейзаж м‑н жанр мотивтарын берләштереү күҙәтелә. Башҡ. рәсем сәнғәте мәктәбенең үҫеше м‑н билдәле булған 60—80‑се йй. П. төп жанрҙарҙың береһе була; ижади оло шәхестәр барлыҡҡа килә; жанрҙың традицион төрҙәре — лирик һәм эпик П. — башҡ. авторҙары ижадында киң трактовкалана. Индустрия (“Баҡыр руднигы”, 1959) һәм лиро‑эпик (“Ҡыр күгәрсендәре”, 1969) П. өлкәһендә новатор булған А.В.Пантелеев ижады танылыу яулай; уның, ш. уҡ лирик П. оҫталары Б.Ф.Домашников (“Май айы. Ҡайынлыҡ”, 1960), А.Д. Бурзянцевтың (“Ҡариҙел буйында”, 1974) картиналары графикалыҡ, һыҙыҡтар ритмын ҡәтғи теүәллектә башҡарыу м‑н айырылып тора. Бәләкәй тыуған ил образы, төбәк тәбиғәте уларҙың эштәрендә көслө хистәр тыуҙыра, В.П.Пустарнаковтың эштәрендә — эпик киңлек, Пантелеевтың айырым П. көсөргәнешле драматик төҫ сағыла, Салмасов картиналарында яҡты, сағыу төҫтәр күңелдә яҡты тойғолар уята. Ә.С.Арыҫланов, Л.Я. Круль, В.Э.Меос, А.В.Храмов ижадындағы П. реалистик йүнәлеш м‑н характерлана, С.А.Литвинов, В.А. Позднов әҫәрҙәрендә тәбиғәт образы декоратив‑лирик йүнәлештә трактовкалана. 60—80‑се йй. Рәсәй сәнғәтендә күренекле ваҡиғаға әйләнгән башҡ. пейзаж сәнғәте оптимистик рух, сағыу баҙыҡ колорит кеүек ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре м‑н айырыла.

60‑сы йй. аҙағынан П. образ ҡоролошонда үҙгәрештәр күҙәтелә, кеше, цивилизация проблемалары т‑да фекерләү өҫтөнлөк итә башлай. Традицион реалистик П. акварель техникаһында ижад иткән рәссамдар Р.М. Абдуллин, Е.А.Винокуров, А.А.Дворник, К.А. Головченко, И.Л.Гутин, Ю.Я. Насиров, В.Н.Пегов, А.А. Петриков, И.Ә.Саяпов, Р.С. Хәбиров һ.б., графиктар Р.Р.Абдуллин (80‑се йй. алып), Ю.С.Басареев, Р.Р.Мәғлиев (2000 йй. башынан) ижадында үҫеш ала. Бер үк ваҡытта постмодернизм йоғонтоһо һиҙелә, яңы ҡараштар раҫлана, пейзаж жанрының сиктәре киңәйә, материалды биреүҙең формалары үҙгәрә: әҫәрҙәргә төҫтәрҙең ярашыуы һәм киңлек хәл ителешенең шартлылығы, стилләштереү, метафоралыҡ, символика хас. М.Д.Кузнецов, С.А.Лебедев, М.А.Назаров, Н.А. Пахомов примитивизм, кубофутуризм, экспрессионизм традицияларын эшкәртә, уларҙың картиналары башлыса ауыл темаһына арналған. Ҡайһы бер рәссамдар ижадында фотографик (гиперреализм), метафизик, фантастик реализм, сюрреализм һыҙаттары күҙәтелә: С.Б.Красновтың (“Осҡан утрауға мәҙхиә”, 1983), М.Г. Спиридоновтың (“Апофеоз”, 1988) һ.б. картиналарында ниндәйҙер серлелек, тамамланмаған фекер, йәшерен мәғәнә һалынған, йыш кына драматик интонациялар һиҙелә (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар). Рәссамдар В.Я.Бивняев, Р.Ш. Заһиҙуллин, В.Г.Кузнецов, Ә.Ш. Ҡашаев, З.Г.Шәйхелисламов һ.б., графиктар И.Ғ.Вәлитов, Ю.Н.Григорьев, З.Ғ.Ғаянов, Р.М.Йәғәфәров, Мәғлиев, И.И.Фартуков эштәрендә традицияларҙы һәм новаторлыҡты яраштырыуға, әҫәрҙәрҙең художество тәьҫирлелеген көсәйтеүгә ынтылыш, яңы техник алымдар эҙләү күҙәтелә. 20 б. аҙ. — 21 б. башында П. жанрында айырыуса графиктар В.Н.Лесин (“Иртә килгән ҡыш”, 1996), Л.З. Рәхмәтуллина (“Ностальгия. Александр Ҡасимов иҫтәлегенә”, 2005), В.И. Суздальцев (“Уралдағы ҡала. Миләш”, 2003) эҙмә‑эҙлекле һәм әүҙем эшләй.

Башҡортостанда П. жанрының бөтә тарихында Өфө (боронғо, ҡала сите, провинция, индустриаль, хәҙ. заман), Урал тәбиғәте образдарын, ш. уҡ билдәле тарихи шәхестәр м‑н бәйле урындарҙы эмоциональ‑художество тәьҫирлелек ҡарашынан трактовкалауҙа төрлөлөк күҙәтелә. Ваҡиға урыны һәм геройҙар образын һүрәтләү сараһы булған П. портреттарҙа, сюжетлы‑тематик әҫәрҙәрҙә ҙур әһәмиәткә эйә, унда тәбиғәт образы автор идеяһын тулыраҡ, тәьҫирлерәк асырға мөмкинлек бирә: П.В. Мальковтың “Архиерейка башҡорттары” (1924), Урядовтың “Чапаев дивизияһының Ҡыҙыл Яр янында Ағиҙел йылғаһын кисеүе” (1940), А.А. Кузнецовтың “Ҡурай тураһында легенда” (1965), Ә.Ф.Лотфуллиндың “Ауылда Беренсе май. (1930 йылдар)”, Р.М.Нурмөхәмәтовтың “Шәриғәт ҡорбандары” (икеһе лә — 1969), И.И.Ғаянов һәм Ф.А.Исмәғилевтең “Салауат тураһында иртәк” (2002— 04) сериялары һ.б. Башҡ. пейзажсыларының эштәре респ., зона, Рәсәй һәм халыҡ‑ара һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә күрһәтелә; БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), байтаҡ Рәсәй һәм респ. музейҙары һәм галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М.В. Нестерова: юбил. изд. Уфа, 2001; Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. И.Н. Оськина. Уфа, 2008. 

 

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика