ПЕГОВ Виктор Николаевич (6.11.1938, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Урыҫ‑Юрмаш а.), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Ҡазан художество уч‑щеһын (1962), Сыуаш пед. ин‑тын (Чебоксар, 1980) тамамлаған. 1962 й. алып Өфө сәнғәт мәктәбендә уҡыта. П. рәсем сәнғәтенә охра, йәшел, зәңгәр тондарҙы органик берләштергән көмөш төҫлө гамма хас. Ижадындағы төп темаларҙың береһе — ауыл тормошо — “Арыш”, “Эңер төшә” пейзаждарында, “Бал” натюрмортында, “Умартасы” (бөтәһе лә — 1970), “Йәш килен” (1976) портреттарында кәүҙәләндерелә. “Уҡыуҙы тамамлаусы ҡыҙ” (1969), “Йәй” (1983), “Лилә” (1987) эштәрендә геройҙарының ихлас холҡон, маҡсатҡа ынтылышын һәм әхлаҡи сафлығын аса; “Хәүефле ҡырҡ беренсе” (1983), “Әсә” (1985) картиналарында — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кешеләрҙең яҙмышы. Тарихи жанр (“В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Өфөлә”, 1978 һ.б.) рәсемдәре, йыйнаҡ (“Кактус менән натюрморт”, 1972) йәки донъяның төрлө байлыҡтарын сағылдырған (“Август”, 2000; “Кө .”, 2007) натюрморттар авторы. 1963 й.__ алып күргәҙмәләрҙә, 1973 й. — халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1974, 1978, 1985, 1989, 2001, 2003—04, 2006, 2009, 2013). Эштәре БДХМ, Милли музей, Эске эштәр министрлығы музейы, Ленин В.И. йорт‑музейы коллек‑ цияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Виктор Пегов. Живопись. Графика: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1989.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика