ПАХОМОВ Николай Александрович (22.3.1937, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Я.М.Плотников). 1967 й. алып Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1992 й. — БДХМ‑дың өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1993—2002 йй. А.Э.Тюлькиндың йорт‑музейы мөдире. Примитивизм һәм экспрессионизм идеяларын ижади үҙгәртеп фекерләгән неоавангард ағымының (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) иң күренекле вәкилдәренең береһе. Эштәрендә Рәсәйҙең төпкөл төбәктәрендәге тормоштоң үҙенсәлеген (“Кис”, 1975; “Байрам”, 2007; икеһе лә — киндер, темпера) һәм халыҡтың үҙенә генә хас характерын (“Интерьерҙа”, 1987, ҡатырға, темпера; “Уйланыу”, 1970 йй., ҡағыҙ, ҡәләм), кешенең ер һәм үҙенең эше м‑н гармоник бәйләнешен һаҡлау кәрәклеге т‑да уйҙарын (“Ир һәм ат”, 1978, ҡатырға, майлы буяу; “Ауыл мотивы”, 1990 йй., ҡағыҙ, ҡатнаш техника) сағылдыра. Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. “Һары бейә” художество төркөмөн булдырыу һәм ойоштороу инициаторҙарының береһе, “Инйәр” художество төркөмө ағзаһы (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1969 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1986, 2001, 2006), Силәбе (1991, 2005), Екатеринбург (1991— 92), Мәскәү (2008) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Бөрө социаль‑педагогия академияһы, Екатеринбург ҡ. Хәҙерге заман сәнғәте галереяһы, Силәбе өлкә картиналар галереяһы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сары бия=Жёлтая лошадь: выставка произведений башкирских художников. Живопись: каталог. М., 1991; Николай Пахомов. Превращение материи. Живопись, графика: каталог /авт.‑сост. Н.Козлова. Челябинск, 2004.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика