ПАР БАҪЫУЫ, п а р, бөтә вегетация осоронда йәки уның бер өлөшөндә үҫтерелеүсе культураларҙан азат булған, яҡшы ашланған, ентекләп эшкәртелгән һәм ҡый үләндәренән таҙартылған сәсеү әйләнеше баҫыуы. Тупраҡта дым, туҡланыуҙың хәрәкәтсән элементтары һаҡланыу, тупраҡты ҡый үләндәренән, ауырыу тыуҙырыусылар һәм ҡоротҡостарҙан таҙартыу иҫәбенә пар тупраҡтың уңдырышлылығын ярайһы уҡ күтәрә. Таҙа (вегетация осоронда үҫтерелеүсе культураларҙан азат булған баҫыу) һәм биләнгән (иртә өлгөрөүсе үҫемлектәр биләгән баҫыу, уларҙың уңышын урып‑йыйғандан һуң ерҙепар баҫыуы тибы б‑са ужым культуралары, һирәгерәк яҙғы культуралар сәсеү өсөн эшкәртәләр) парҙар айырыла. Таҙа парҙар — ҡара, иртә, кулиса; биләнгән парҙар өҙлөкһөҙ, аралыҡлы һәм сидераль парҙарға бү‑ ленә. Ҡара парҙарҙа ер — башлыса көҙ көнө, элгәр йыйып алынғандан һуң; иртә парҙа киләһе йылдың яҙында эшкәртелә; кулиса парында (ҡара йәки иртә) ҡар тотоу, ужымды һәм тупраҡты ел эрозияһынан һаҡлау өсөн өҫтөнлөк итеүсе елдәргә ҡаршы оҙон һабаҡлы культуралар (көнбағыш, кукуруз һ.б.) рәттәр (кулисалар) м‑н сәселә, уларҙың араһындағы алыҫлыҡ культиватор алымының 3—5 тапҡыр киңлегенә тигеҙ була. Яҙ көнө биләнгән өҙлөкһөҙ парҙарға өҙлөкһөҙ сәсеү культураларын (борсаҡ, ҡандала үләне, кәрешкә‑һоло һ.б.), аралыҡлыларға — аралыҡлы (картуфтың иртә сорттары һ.б.), сидераль парҙарға ҡуҙаҡлы культураларҙы (әсе борсаҡ, ҡандала үләне һ.б.) тупраҡҡа йәшел ашлама итеп индереү өсөн сәсәләр (ҡара: Сидерация). Таҙа парҙар башлыса Башҡортостандың далалы ҡоро райондарында ҡулланыла; улар сәсеү әйләнешендә иген культураларының гарантияланған юғары уңышын алыуҙы тәьмин иткән страховкалау баҫыуы булып тора. Киҫкен ҡоро Урал аръяғы дала зонаһында таҙа парҙар өлөшөнә һөрөнтө ерҙең 11—13%‑ы тура килә, унда башлыса яҙғы бойҙай сәселә; Урал алды дала зонаһында — һөрөнтө ерҙең яҡынса 10%‑ын тәшкил итә, уларға ужым бойҙайы һәм арышы урынлаштырыла. Респ. шарттарында биләнгән парҙар дым етерлек булған төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында һәм тау‑урман зонаһында файҙаланыла. Көньяҡ урман‑дала зонаһында биләнгән парҙарҙы таҙа парҙар м‑н бергә алып баралар. Башҡортостанда таҙа һәм биләнгән парҙарҙы тикшереү 19 б. аҙ. Өфө губ. земствоһының Бөрө, Ляхов, Пестровка тәж. баҫыуҙарында башлана. Шишмә а.х. тәжрибә ст. (ҡара: Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы) биләнгән парҙарҙың төрҙәре өйрәнелгән (А.Л.Голодец). 20 б. 50—60‑сы йй. Ауыл хужалығы институтының тәж. хужалыҡтарында (Ш.Ә.Ғайсин, Н.Х.Жданов, С.А. Ҡунаҡбаев, П.И.Смирнов, Х.Ф.Фәйезов һ.б.) һәм Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында (Н.Р.Бәхтизин, Ә.М.Рәхимов һ.б.) биләнгән парҙарҙың агротехникаһынһәм һөҙөмтәлелеген өйрәнеү б‑са ғилми‑тикшеренеү эше үткәрелгән. 60—90‑сы йй. Аграр университетта (М.Ғ.Сираев, М.М. Фәйзуллин, Б.Т.Щербаков, М.Б.Әмиров һ.б.), Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов) һәм БНИИСХ‑ла (Т.И.Кейекбаев, И.П.Юхин һ.б.) ерҙе таҙа һәм биләнгән парҙарҙа эшкәртеү, органик ашламалар, минераль ашламалар һәм гербицидтар ҡулланыу технологиялары эшләнгән.

Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика