ПАНОВ Николай Михайлович (23.5. 1951, Райчихинск ҡ.), актёр. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. артисы, БР‑ҙың халыҡ артисы (1991). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Н.К.Крупская ис. Респ. драма театры эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (Фрунзе ҡ., 1973; Г.И.Иванов курсы) Черкес өлкә драма театры, 1974 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актёры. Юғары мәҙәниәтле сәхнә оҫтаһы. Тышҡы тотанаҡлылыҡ м‑н бер рәттән П. нескә психологизм, сәхнәлә кәүҙәләндереү сараларының бай булыуы, автор фекерен тәрән аңлау хас. Төп ролдәре: Васенька (“Өлкән ул” — “Старший сын”, А.В.Вампилов; дебют, 1973, Черкес өлкә драма театры), Шариков [М.А.Булгаковтың “Эт йөрәге” (“Собачье сердце”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль], Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”), Джакомо Казанова [“Бөйөк юлдан яҙҙырыусы” — “Великий обольститель”, А.Лаврин һәм В.Коркиндың “Бөйөк һөйәр, йәки Казанованың һуңғы төнө” (“Великий любовник, или Последняя ночь Казановы”) пьесаһы б‑са] һ.б. Актёрҙың репертуарында урыҫ классикаһы [Арбенин — “Маскарад”, М.Ю.Лермонтов, Анучкин — “Өйләнеү” (“Же‑ нитьба”), Н.В.Гоголь, Сорин — “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”), А.П.Чехов] һәм сит ил [Люсиндо — “Тапҡыр ғашиҡ ҡыҙ´” (“Изобретательная влюблённая”), Лопе де Вега, Генри Хиггинс — “Пигмалион”, Б.Шоу, Панталоне — “Принцесса Турандот”, К.Гоцци] драматургияһы ролдәре айырылып тора. Өлкән йәштәге фронтовик Жуков ролендә (“Урыҫ халыҡ почтаһы” — “Русская народная почта”, О.Богаев) актёр геройҙың фажиғәле яҙмышы аша әҫәрҙең гуманистик идеяһын тамашасыға еткерә. М.Н.Задорновтың “Һуңғы ынтылыш” (“Последняя попытка”, 1993), Э.В. Брагинскийҙың “Хыял уйыны” (“Игра воображения”, 1994), Н.М.Птушкинаның “Ул үлгән саҡта” (“Пока она умирала”, 2001) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты (Вышний Волочёк ҡ., 2006).

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика