АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Архангел р‑ны. 19 б. 40‑сы йй. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1884 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1917 й. — юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1934 й. хәҙ. статусын ала. 1980 й. Архангел тулы булмаған урта мәктәбе м‑н берләшә, 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә (1997—2000 йй. мәктәп‑гимназия). Музейы, 2 оҫтаханаһы, автокласы бар. Урта мәктәпте яҡынса 3 мең кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.М.Алсынбаев, И.А.Антипин, В.В.Булавкин, И.А.Киселёв, Т.А.Саевич; бында ш. уҡ И.И.Пстыго уҡыған. Мәктәп бинаһына Киселёвҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

А.В.Бочкарёва

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке