ПАЙКИН Лев Ефимович (13.6.1927, Невель ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәҙәни‑ағартыу эше отличнигы (1981). БР‑ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1997). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1948; И.К.Глушарин, А.П.Новоскольцев курсы), Новозыбков пед. ин‑тын (1955) тамамлаған. 1948— 53 йй. Брест, Новозыбков ҡҡ. театрҙарында актёр, бер үк ваҡытта 1950 й. алып Новозыбков пед. ин‑тында уҡыта. 1953 й. башлап Өфөлә: М.И.Калинин ис. мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры реж., 1972—99 йй. “Мотор эшлә .се” мә .әниәт һарайы директоры. 70‑тән ашыу спектакль ҡуйған: Н.В. Гоголдең “Өйләнеү” (“Женитьба”), А.Е.Корнейчуктың “Йондоҙҙар ни өсөн йылмайҙы” (“Почему улыбались звёзды”), Н.Ф.Погодиндың “Кремль куранттары” (“Кремлёвские куран‑ ты”), А.Н.Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”) һәм “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) һ.б.; 50‑нән ашыу күмәк кеше ҡатнашлығындағы халыҡ байрамдары һәм тамашалар.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика