ПАВЛОВА Эвелина Владимировна (9.9.1932, Өфө — 28.3.2000, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1962). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, проекттың баш архитекторы, 1‑се оҫтахананың архитекторҙар секторы етәксеһе. Торлаҡ һәм йәмәғәт биналары проекттары, ш. иҫ. “Россия” ҡунаҡханаһы (1967, Ю.А.Пацков м‑н берлектә), Башҡорт тармаҡ‑ара терр. ғилми‑техник мәғлүмәт һәм пропаганда үҙәге бинаһы (1973; ҡара: “Баштехинформ”), Октябрь проспекты, Телеүҙәк, Новиковка, Дуҫлыҡ һ.б. микрорайондарҙы (1960—70 йй., авторҙ.; ҡара: Архитектура) төҙөү проекты авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018